Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт* * * Киске ел һыйпай башҡорт далаһын, Һыҙлана ҡурай, моңлана һаман… Арғымаҡ үткән юлды ҡар баҫҡан — Ни көтә ҡурай ҡышҡы юлдарҙан? Тын ғына, ҡурай! Моң ғына, ҡурай! Нисә көн инде, нисә төн инде Далалар моңо минең күңелдә, Далалар моңо ҡыйнай күңелде. Нисә ай инде, нисә ай инде, Күңелдән сыҡмай йыраҡ бер ауыл. Эй, зәңгәр ине ул Урал төнө!.. Эй, көслө ине ул төнгө дауыл! Нисә йыл инде, нисә йыл инде, Ҡыҙ балаң, Урал, китмәй күңелдән. Киске ел һыйпай башҡорт далаһын…
Арғымаҡ үткән юлды ҡар күмгән.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 169 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}