Новости » Слово автору | ||
Лариса Абдуллина Матурлыҡҡа күҙҙәр тиҙ өйрәнә,Йәшел төҫтө ҡараш үҙhенә.Сағыу йәйҙең hәр бер биҙәгендәИркәләнә кеүек күҙгенәм.Хыялдары яҙлыҡтырыр мәлдәр –Офоҡтарҙа ҡараш аҙаша.Танhыҡ булмаҫ ине был миҙгелемМин килмәhәм көҙ, ҡыш, яҙ аша.Күктәремдең төпhөҙ зәңгәрлегенАйҡап булыр микән уйымда.Бөгөн шундай мин бәләкәй кеүек,Кисә етә ине буйым да.Йәшел генә ошо ағастарҙың Үтhәң икән hыйпап башынан.Ә көндәрем сәскә кеүек hулый,Хисләнергә шунда ашығам.Бесән еҫен уртлап алып китәм,Урлап алып китәм ҡалаға.Илhамыма тулған мәлдәремде Хәтерләтер әле ялағай.Еләктәрҙе өҙөп алырғамыИҫтәлекле итеп йәйҙәрҙең.Һәр hулышым тынды ярып инә, Әллә микән үҙем үҙгәрҙем.
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[11 марта 2011] | Просмотров: 151 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}