Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-13 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 10.09.2017 1 min read
Новости » Слово автору
I.НОВЕЛЛИСТИК ӘКИӘТТӘР«Новелла» (novella, novellus) – италиан һүҙе. Үҙебеҙҙең телгә һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, ул “яңылыҡ”, «яңы» тигәнде аңлата. Һүҙ сәнғәте өлкәһендә ул башҡорттоң «ҡарһүҙ»е кеүек, был термин тәүҙә жанр йәһәтенән төрлө-төрлө сәсмә әҫәрҙәргә ҡарата ҡулланылыр булған. Аҙағыраҡ, башлыса, көнкүреш йөкмәткеле, ҡәҙимге хикәйәнән композиция баҙыҡлығы һәм көтөлмәгәнлек эффекты биреүсе тамамланышҡа эйә булған киҫкен сюжеты менән айырылып торған «анекдотик» хикәйәләрҙе новелла тип йөрөтә башлағандар.Тарихи яҡтан ҡарағанда, әҙәби новеллалар, үҙҙәренең барлыҡҡа килеүҙәре менән халыҡ новеллаһына, новеллистик әкиәттәргә, бурыслы. Шик юҡ, үҙ аллы әҙәби жанр булып формалашҡас, үҙе лә фольклорға йоғонтоһо яһай башлағн. Айырым әкиәти сюжеттарҙың әҙәби сығанаҡтарҙан килеүе лә ихтимал. Новеллистик әкиәттәр төркөмөнә ингән әҫәрҙәр менән эш иткәндә, йәнә шуны ла иҫтә тотоу кәрәк: классик әҙәби новеллалар һымаҡ уҡ, новеллистик тормош-көнкүреш әкиәттәренең дә күптәрендә сюжет конфликты ябыҡ формала, йәғниваҡиғаның башланышы, үҫтерелеше, хәл ителеше мотлаҡ сюжет рамкаһы эсендә барһа ла, уларҙың араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай. Новеллистик әкиәттәрҙә новеллизм билдәләре (новеллаларға хас көтөлмәгәнлек эффектының бушағыраҡбулыуы, герой характерында киҫкен үҙгәреш) аныҡ ҡына күҙәтелмәүе лә ихтимал. Ҡайһы саҡта бының сәбәбе йә башҡарыусының, йә яҙып алыусының профессиональ әҙерлегендәге кәмселек менән дә аңлатыла. Шуға күрә халыҡ новеллаларынәҙәби новеллалар үлсәме менән баһаларға ярамай.Тематика, йөкмәтке, геройҙар һәм сюжеттар тибы яғынан новеллистик әкиәттәр-ҙе бер нисә төркөмгә бүлгеләргә мөмкин: 1) зирәктәр, 2) мөхәббәт һәм ғаилә тоғролоғо, 3) үтә үҙ һүҙле ҡатындар, 4) ҡыйыу ҡыҙ менән яуыз ҡараҡтар тураһындағы новеллистик әкиәттәр, 5) йомаҡ-әкиәттәр һәм ғибрәтле әкиәттәр.1. Зирәктәр тураһындагы әкиәттәрКүп кенә новеллистик әкиәттәрҙә сюжет конфликтын сисеүҙә аҡыл эйәләре хәл иткес роль уйнай. Шулай булһа ла, улар тәүҙә үҙәктә күрһәтелмәй. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем ижтимағи тормошта ла ҡатнашмайҙар, баһаланып та бөтмәйҙәр, хатта ҡыйырһытылалар, эҙәр-ләүҙәргә дусар ителәләр. Ҡыҫҡаһы, ваҡиғанан ситтә торалар.Тик кемдәрҙер бәләгә тарығас ҡына, иҫкә алыналар, сөнкикәңәштәренә мохтажлыҡ тыуа. «Ҡурайсы» (*927*) әкиәтендәҡайҙалыр аҡыллы ҡурайсы барлығы хаҡында башта бер ниндәй ҙәмәғлүмәт бирелмәй. Ул бары, бик ҡыйын хәлдән сығыу сара-һын тапмай аптыраған саҡта, сюжеттың иң көсөргәнешле мә-лендә генә, пәйҙә була. Пәйҙә була – эштең аңын-тоңон белеп тә ала,конфликтты ла хәл итә. Баштан уҡ әҫәрҙең коллектив геройы,халыҡ, хәл иткеһеҙ мәсьәлә алдына ҡуйыла: байҙың хәбәрһеҙ ғәйепбулған улын тапмаһалар ҙа, уның хаҡында ҡайғылы хәбәркилтерһәләр ҙә, ауыр яза көтә. Уны йыртҡыстар өҙгөләүе мәғлүм булғас, хәүеф ана-бына ғәмәлгә аша тигәндә генә, ҡурайсыныңпәйҙә булыуы ҡайғылы хәбәрҙе һүҙһеҙ генә, ҡурай моңо менән,һөйләп биреүе, халыҡты бәләнән ҡотҡара ла ҡуя.«Лоҡман Хәким» (AT 654С), «Аҡыллы ҡарт менән иҫәр бат-ша» (АТ 981) тибындағы әкиәттәрҙә тәүҙә эҙәрләнгән, үлемгәхөкөм ителгән аҡыллы ҡарттар, батшаға һәм батшалыҡҡа кил-гән ҡыйын хәлдән сығыу юлын әйтеп, ҡарттарҙы үлтереүйолаһының юҡҡа сығарылыуына сәбәпсе була.Социаль ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, аҡыллы ҡарттартөрлө юлдар менән үҙҙәренең аҡыллылығын, дошманының(антагонисының) ахмаҡлығын иҫбат итә. Һүҙ барған әкиәттәрҙәаҡыллылыҡты иҫбатлап, конфликтты хәл итеүҙең иң таралғансараһы – апҡыр һүҙ. Тапҡыр һүҙ йә йомаҡ, йомаҡҡа тартымкинәйә, мәҡәл кеүек төрлө осраҡҡа ярамалы формала, йә, тура-һын әйтеп, фаш иткәс, аҙаҡ кире ҡайырып, ҡаты әйтелгәндейомшартып ҡуйыу рәүешендә була. «Батша менән һабансы»әкиәтендә батша һабансы менән уй-фекерҙәрен йомаҡҡа йомарлап ҡына һөйләшә. Вәзир шул һөйләшеүгә шаһит була. Тик һүҙ айышына төшөнә алмай. Шуның менән үҙенең отҡор түгеллеген, аңралығын күрһәтеп, бер хур була: язаға тарттырыу менән ҡурҡытып, батша шул йомаҡ-диалогтың мәғәнәһен әйтеүҙе талап иткәс, уны һабансынан йөк-йөк алтын-көмөшкә һатып алып, үҙе лә һиҙмәҫтән, һуңгы йо-маҡ талап иткән яуапты «башҡарып күрһәтеүсе» хәленә төшә.Шулай ул үҙ иҫәрлеген үҙе фашлай. Көтмәгәндә тағы бер мәсхәрәгә ҡала.Аҡыллылыҡ, геройҙың һүҙенән бик, эш-хәрәкәте аша асыла.эш-хәрәкәттең һөҙөмтәһенә юлыҡмайынса, антагонист уныңасылы хаҡында бер ни ҙә белмәй. «Ҡурай тураһында әкиәт»тә(АТ 782) әсә, үҙенең һөтөнә баҫып бешерелгән өшәне батшағаашаттырып, уны, йола буйынса, үҙенең улы хисабына индереүе

арҡаһында, үҙ улын үлемдән ҡурсалап алып ҡала.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 3 из 3

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Яңылыҡтар » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Үҙем президент булһам… » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025