Новости | ||
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ырыҫ ул шундай нәмә – кемгәлер даими рәүештә бәхет һәм байлыҡ килтереп тора, ә кемгәлер көтмәгәндә генә йылмая ла ҡуя. Әммә “Йәшлек”кә яҙылғандарҙың береһен дә урап үтмәй ул! Тағы ла бер тапҡыр быны иҫбат итер өсөн матур ғына бер тәҡдимебеҙ ҙә бар. Ул ерлекле һәм шуның өсөн дә ябай – гәзит уҡыусыларыбыҙ яратҡан конкурстың – “Йәшлек”-фараз” дың дауам итә- сәге хаҡында хәбәр итәбеҙ. Уйындың уҡыусыларыбыҙ араһында популярлығы, халҡыбыҙҙың дәртле-ҡомарлы булыуы беҙҙән был бәйгене туҡтатмауҙы талап итә. Даими уҡыусыларыбыҙ белә: үткән йылдарҙа “Йәшлек”-фараз”да еңеп сыҡҡандар хужалыҡта кәрәкле көнкүреш техникаһы отоп ҡыуанды, бүләк эйәләре менән дә даими таныштырып барҙыҡ. Әлеге конкурста еңеүселәребеҙҙе һәйбәт бүләктәр көтә. “Йәшлек”-фараз” конкурсының шарттары ябай ғына:– “Йәшлек” гәзитенә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылырға кәрәк. Быға тиклем үк яҙылып ҡуйһағыҙ, тағы ла һәйбәт, – тәҡдим ителгән купондағы буш шаҡмаҡтарға биш һанды – киләһе йылдың тәүге яртыһына күпме кеше яҙыласағын фаразлап яҙырға, – тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы, гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купон менән бергә ебәрергә. Конверт тышына “Йәшлек”-фараз”ға тип яҙырға онотмағыҙ. Әлбиттә, гәзиткә яҙылмағандар конкурста ҡатнаша алмай, квитанцияһыҙ купондар, бер нисә фараз яҙылған купондар ҙа ҡатнаша алмай. Кемдәр “Йәшлек” гәзитенең 2016 йылдың тәүге яртыһына тиражын дөрөҫ фаразлай, шулар бүләк аласаҡ.
МӨХӘРРИРИӘТ
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[10 ноября 2015] | Просмотров: 996 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}