Новости | ||
Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында студенттарҙы Ҡытайҙан килеүсе туристарҙы нисек хеҙмәтләндерергә өйрәтәләр. Тик торғандан түгел, әлбиттә, беҙҙең республика сит илдән килеүсе туристарҙың ялын ойоштора белергә тейеш. Ҡытайҙа йәшәүселәр менән беҙҙең көнитмеш бер иш түгел, әлбиттә. Мәҫәлән, уларҙың аҙыҡ-түлеге Рәсәй халҡы ашаған ризыҡтарҙан ныҡ айырыла. Шулай уҡ ҡытайҙар фэн-шуйға мөкиббән. Туристар саҡырған ваҡытта был хәлгә лә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.Ҡытай туристарынан тыш, Башҡортостанға төрөктәрҙе лә саҡырырға иҫәпләйҙәр. Был тармаҡты үҫтерергә тырышыусылар фекеренсә, улар беҙҙең шифаханалар менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Ә инде Иран һәм Урта Азия туристарын хәләл маршруттар буйлап йөрөтөргә йыйыналар. “Хәләл” тигән ваҡытта ниндәй турҙар күҙ уңында тотолалыр – әлегә аныҡ ҡына билдәләнмәгән.
Әлбиттә, туризм өлкәһе – беҙҙең республика өсөн яңы һәм әллә ни үҫешмәгән йүнәлеш. Шулай ҙа алға китеш тә бар. Мәҫәлән, Торатауҙа ойошторолған Ҡыш бабай тирмәһен күрергә теләгәндәргә 15 мең билет һатылған.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[2 февраля 2016] | Просмотров: 198 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}