Новости » Литература | |
– Һеҙҙә электр шөрөп борғосо һатып алғайным, ә ул сатнап, ярылып сыҡты.– Оҙаҡ ҡулландығыҙмы?– Юҡ, бик аҙ, уның менән бер генә ҡаҙаҡ ҡаҡҡайным.* * *Сираттағы светофорҙа ҡыҙыл ут янғас, «Мерседес» туҡтарға ла өлгөрмәй, артына бер машина килеп бәрелә. Машинаһынан төшкән «Мерседес» хужаһы үҙ күҙенә ышанмай ҡатып ҡала. Уға килеп бәрелеүсе лә «Мерседес» була.– Нисек былай килеп сыҡты һуң әле, артымдан «Ока» килә ине түгелме?..– Тауыш-тын сығарма, – ти икенсе «Мерседес» хужаһы, – ул беҙҙең арала ҡалды… * * *Һыуытҡыс һатып алған чукчанан:– Һиңә һыуытҡыс нимәгә? – тип һорайҙар икән.– Ҡыш көнө йылыныу өсөн, – тигән чукча, – сөнки 40 градуслы һалҡында һыуытҡыста дүрт кенә градус була бит.* * *Ресторанда бер иргә һорау бирәләр:– Һеҙгә ит бәлешен алты өлөшкә бүлергәме, әллә ун икегәме? – Алтыһы ла етер, ун икеһен үк ашап бөтөрә алмам, ахыры.* * *Дауаханала ике таныш һөйләшә:– Һин бында нимә эшләйһең?– Балаларҙы алып килдем.– Нимә булды, әллә ауырып киттеләрме?– Шахматта отоусы оттороусының башына сиртергә тейеш ине. Һөҙөмтәһе бына: береһенең бармағы һынды, икенсеһенең баш мейеһе һелкенде.* * * – Кисә нимәләр булғанын белһәң, иҫең-аҡылың китер. Һунарға барғанда мылтығымды өйҙә онотоп ҡалдырғанмын.– Бик насар булған да һуң. Ә мылтығың онотолғанын ҡасан белдең һуң?– Ҡатынға һунарҙан ҡуян алып ҡайтып биргәс…* * *Профессор студентҡа:– Һеҙ ХVII быуаттың бөйөк химиктары тураһында нимә лә булһа һөйләй алаһығыҙмы?– Һеҙгә быны хәбәр итеүе ҡыйын, әлбиттә, профессор әфәнде, – ти студент, – әммә ләкин улар инде барыһы ла күптән вафат. * * * – Һаумыһығыҙ! Аяҡ кейемегеҙҙе алмаштырығыҙ һәм тешегеҙҙе еп менән ишеккә бәйләгеҙ.– Ләкин, табип әфәнде, мин былай булыр, тип уйламағайным…– Һеҙ ошо дипломды күрәһегеҙме? Күрәһегеҙ икән, тимәк, бында һеҙ түгел, ә мин уйлаһам, яҡшыраҡ буласағын самалайһығыҙҙыр…* * *– Нимә генә тимә, әммә маймылдарҙың кешенән аҡыллыраҡ булыуы бәхәсһеҙ.– Ниңә?– Сөнки әле һаман һөйләшергә өйрәнмәүҙәре бер ҙә юҡҡа түгел, улар үҙҙәрен эшләргә мәжбүр итмәһендәр өсөн һөйләшмәй.* * *– Һин ниңә өйөңә бер тоҡ тоҙ һәм шырпы алып ҡайтып бараһың?– Бер ни ҙә белмәйһеңме ни әле? Ошо көндәрҙә тоҙ ун тапҡырға ҡиммәтләнәсәк, ә шырпы, ғөмүмән, һатыуҙан алынасаҡ.– Уф, күңел тынысланып ҡалды. – Ә мин һине аҡылдан яҙғанһың һәм шырпыларҙы тоҙлап ҡуйырға йыйынаһың, икән тип уйлағайным…* * *– Сибәркәй, әйҙә, киттек, ресторанда һыйлайым.– Минең егетем бар, ысҡын бынан.– Һинең егетең бармы? Ә минең фатирым, машинам, дачам һәм бик күп аҡсам бар! Матурым, һин ниңә илайһың?– Мин әле генә егетемде ташланым. | |
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[13 февраля 2015] | Просмотров: 889 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}