Кескәйҙәрҙе «хеҙмәтләндереүсе» көләмәстәр ололарға тәғәйенләренән үҙҙәренең тематикаһы менән дә айырыла: уларҙың араһында мәктәп тор¬мошона бәйле булғандары өҫтөнлөк ала. Шуларҙың берәүҙәрендә герой бығаса үҙенә таныш булмаған мәктәп донъяһына үҙ ғүмерендә беренсе ҡат барып юлыға ла комик хәлгә тарый. Сөнки шарттар ғәҙәти түгел. Уның өсөн бығаса ҡәҙимге һәм ғәҙәти булып тойолған һүҙҙәр яңы шарттарҙа бөтөнләй башҡа мәғәнә алыуы ихтималы уның башына ла килмәй. Шуға ла, дүрт мәртәбә «берле» баһаһы алһа, ул, «дүртле», алдым тип ҡыуана («Яҡшыбаһа”); икенсе берәүһе “берле” алыуын беренселекте яулауы тип белә (“Беренселекте алған”); өсөнсөһө иһә , күп көлгәне өсөн, уҡытыусының «Бигерәк күп көләһең. Көлөүеңә биш ҡуйырға ла мөмкин», — тип әйгкәненең, ирония икәненә төшөнмәйенсә, өйгә ҡайтҡас, ҡыуаныс менән: «Әсәй, мин «бишле» алдым!» — тип һөйөнсөләй. Бындай көләмәстәр — баланы кәмһетеп, уны бөтөрөп ташламай. Уларҙың «һүҙ ҡатында» (тел төбөндә, подтексында) баланың мәктәпкә билдәле кимәлдә мәғлүмәтле килеүе лә асыла. «Яҡшы баһа», «Беренселекте алған» ишелерендә, мәҫәлән, баланың иҫәп-хисапты, ә һуңғы миҫалда баһаның ҡиммәте хаҡында төшөнсәһе барлығы ла асыла. Ә юморға нимә сәбәп була? Бала шул мәғлүмәтен тейеш булмағанса файҙалана. Шул комик эффект тыуҙыра ла инде. Һәм беҙ көлөргә мәжбүр булабыҙ. Байтаҡ ҡына көләмәстәрҙә һүҙ уҡыусы менән уҡытыусы мөнәсәбәттәре хаҡында бара. Уларҙа комик эффект тыуыуына, ғәҙәттә, шул сәбәпсе була: уҡыусы уҡытыусының һүҙен үҙенсә аңлай ҙа үҙенсә аңлата. Беренсе тапҡыр мәктәпкә барған уҡыусы, дәрестән ҡайтҡас, атаһына: «Атай, уҡытыусы минең менән һөйләште!» — тип һөйөнсөләй. Атаһы, тәбиғи, һорай: «Ни тип әйтте ул һиңә?». Атаһының ҡыҙыҡһыныуына улы: «Шаулама!» — тип әйтте ти, шатланып («Һөйләшкән»).
Уҡытыусының һорауына яуап бирмәүҙе лә батырлыҡ тип белеүе лә уҡыусыны бер ҡатлы хәленә ҡуя («Батыр кеше»). Әлбиттә, бындай көләмәстәрҙең геройын бер ҡатлы тип әйтеү — үтә шартлы. Сөнки уның яуабының артында, кирһенсә, уны аҡыллы һәм зирәк кеше тип танырға мәжбүр итерлек мәғлүмәт, төшөнсә йәшеренгән була. «Яҡшы баһа» көләмәсенең геройы хаҡында беҙ: «Был бала мәктәпкә билдәле бер әҙерлек менән килгән, афарин! Һәр хәлдә, һанай белә», — тип әйтә ала¬быҙ. «Батыр кеше» тигәненеке, һорау алғанда, яуаптан баш тартҡан, яуап биреүҙән өндәшмәүҙе артыҡ күргән, шул арҡала төрлө язаларға ду¬сар ителгән батырҙар хаҡында мәғлүмәтле булғанға оҡшай: бәлки, ул «Йәш гвардия» фильмын ҡарап, фашистар алдында йәш егет һәм ҡыҙҙарының баш эймәүенә һоҡланғандар; бәлки, мәшһүр рәссам Б.В. Иогансондың «Коммунистарҙан һорау алыу» (1933) тигән карти¬наһының репродукцияһы менән таныш булғандар, бәлки, үҙебеҙҙең мәшһүр ҡылҡәләм оҫтаһы А.А. Кузнецовтың шул картина рухында яҙылған «Салауаттан һорау алыу» (1953-1955) тигән живопись әҫәренә ҡарап, батырҙарҙың хөкөмдарҙар һәм йәлләттәр алдында өн сығармаҫ, теҙ сүкмәҫ кеше бу¬лыуына һоҡланғандар ҙа үҙ-үҙенә: «Шулар кеүек буласаҡмын!» — тип һүҙ биргәндәр һәм беренсе осраҡта уҡ, йәғни, һорау биреүсе уҡытыусы¬ны эстән генә әлеге сәнғәт әҫәрҙәрендәге һорау алыусыға оҡшатҡандар ҙа, форсаты сыҡҡанда, тип, әлеге хыялын ғәмәлгә ашырырға ашыҡҡан¬дар (Әҙме ни уҡыусы алдында үҙен һорау алыусынан кәм тотмаған уҡытыусылар). Шуға күрә лә бындай көләмәстәрҙе ишеткәс, уҡыусының берҡатлылығына көлгән сүрәттә лә, И.А. Крыловтың «Маймыл һәм көҙгө» мәҫәлеңдә әйтелгән «ҡоҙағыйҙарыңды һанағансы, үҙеңде генэ ҡа¬раһаңсы» тигән аҡыллы кәңәште лә хәтерҙән сығармау зарурҙар.