1 апрель Көлкө көнө уңайынан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ғәжәп көлкө шоу-байрамын ойоштора. Иң шаян, мажаралы, мауыҡтырғыс кисәлә Вәлит Илембәтов түрәлегендә «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада көлкө театры (Хәмит Теләмов, Ғәлиә Моратова, Фаяз Йәнтүрин, Искәндәр Ғәзизов, Зөлфиә Әхмәтова, Илшат Салауатов, Ольга Хәйруллина, Ридик Фәсхетдинов), көлөп-йылмайып йәшәүселәр Гөлсөм Хәбибуллина, Юнир Салауатов, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Лилиә Фәтихова, Рима Дашкина һәм юмор оҫталары Рәдиф Тимершин, Салауат Әбүзәров, Риф Мифтахов, Марат Кәримов, Марсель Сәлим ҡатнашалар. Тамаша барышында һүҙ оҫталарының сығыштары йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барыла. Әлиә Нурғәлиева, Рафаэль Сәғитов, Рушания Хәбирова, Юлиә Ғәбитова, Урал Мортазин, Светлана Батыршина кеүек йәш талантлы бейеүселәр һеҙҙе бейеү иленә алып барырҙар. Артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә, донъяуи күренештәрҙән, көндәлек тормоштағы етешһеҙлектәрҙән әсе көлгән сатира ла урын алған был бай йөкмәткеле программала.Бындай тамашалар йыш булмай, йылына бары бер тапҡыр ғына. Кәйефтәрегеҙҙе бер йылға етерлек итеп күтәреп, күңелегеҙҙе асып ҡайтырһығыҙ. Яҙҙы яҡшы кәйеф, шатлыҡлы йөҙҙәр һәм матур тамашалар менән ҡаршылайыҡ!Табаны ҡыҙҙырыусы, эҫе табала бейетеүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә МөхәмәтшинаКөлөп, оҙон-оҙаҡ йәшәү серенең рецепт авторы, ҡулланыуға сығарыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Итбаев
Байрам кисәһе 19.00 сәғ. башлана
|