Новости » Культура | ||
Профессиональ сәнғәт әһелдәре араһында тамашасы кәйефен күтәреүгә, тормошобоҙҙоң кире яҡтарын халыҡҡа сатира һәм юмор аша еткереп, маҡсатлы һәм ҡыҙыҡлы ижад алып барған артистарыбыҙ күп. Улар арараһында бөгөн «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада көлкө театры ла уңышлы эшләп килә. «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада — көлкө театры 1990 йылдың апрель айында Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Башҡортстандың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтов тарафынан ойошторолоп ебәрелә. Вәлит Илембәтов (Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович), Фәрүәз Мөхәмәтшин (Мәҙәк), Фәнүнә Сиражетдинова, Миҙхәт Мөхәмәтов, Зөһрә Смакова, Редик Фәсхетдинов, Вәхит Хызыров — «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк»тең тәүге артистары. Төркөмдә Мәҙәк ролен төрлө йылдарҙа төрлө артистар башҡара: 1990 — 1991 йй. – Фәрүәз Мөхәмәтшин, 1992 — 1993 йй. – Тимерхан Әхмәтйәнов, 1996 — 2003 йй. – Салават Ҡусҡарбаев. 2003 йылдың июнь айынан төркөмдең вокалисы булып Хәмит Теләмов уңышлы эшләп килә. Коллектив төрлө жанрҙа ижад иткән яңы көстәр, популяр йырсылар менән тулыланды. Программаның төп өлөшөн ҙур популярлыҡ яулаған Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк башҡарыуында төрлө интермедиялар, скетчтар, пародиялар тәшкил итә. Бөгөнгө көндә ролдәрҙе башҡарыу өсөн Фаяз Йәнтүрин, Ғәлиә Моратова, Хәмит Теләмов, Зөлфиә Әхмәтова йәлип ителделәр. Программаларҙың режиссерҙары булып Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мостафа улы Итбаев сығыш яһай. Төркөмдөң художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, филология фәндәре кадидаты Вәлит Илембәтов (Ҡыҙыҡ).
4 ноябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада-көлкө театры үҙенең 20 йыллығына арнап юмористик программа әҙерләй. Иң шаян, мажаралы, мауыҡтырғыс көлкө кисәлә берҙән — бер «Мәҙәк» – Вәлит Илембәтов, уның остазы, беҙҙең халыҡтың яратҡан артистарының береһе, мәшһүр «Кәтүк», төркөмдең иң тәүге музыкантыбыҙ Редик Фәсхетдинов, иң тәүге «Мәҙәк» Фәрүәз Мөхәмәтшин, бөгөн тырышып эшләп килгән «Мәҙәктәр» — Фаяз Йәнтүрин, Ғәлиә Моратова, Хәмил Теләмов, Зөлфиә Әхмәтова һәм билдәле юморист Юнир Салауатов ҡатнаша. Мәшһүр Кәтүк башҡарыуында оҙаҡ йылдар буйы популярлығын юғалтмаған интермедияларын тағы ла бер тапҡыр күреү бәхетенә ирешерһегеҙ. Артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә, донъяуи күренештәрҙән, көндәлек тормоштағы етешһеҙлектәрҙән әсе көлгән сатира ла урын алған был бай йөкмәткеле программала. Юмористик программала, шулай уҡ, Юнир Салауатов һәм Вәлит Илембәтов яҙған «Мал табибы», «Браконьер тотоу» интермедияларының премьераларын ҡарап, туйғансы бер рәхәтләнеп көлөрһөгөҙ. Тамаша барышында һүҙ оҫталарының сығыштары йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барыла һәм Татарстан республикаһынан ҡунаҡтарҙың да килеүе көтөлә. Көлкө-шатлыҡ байрамында Фәнүнә Сиражетдинова, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Искәндәр Ғәзизов, Филүс Ҡалмурзин йырҙарын тыңлап кинәнерһегеҙ. Шулай уҡ, «Һәнәк» журналы ла тамшаға сағыулыҡ өҫтәр. «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада-көлкө театры үҙенең ҡабатланмаҫ ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле сығышы һәм булмышы менән республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда айырым урын биләп тора. Быйылғы ижад миҙгелендә коллектив Башҡортостандың бик күп ҡала һәм райондарында йөрөп, сағыу сығыштары менән халыҡтың күңелен күтәреп, рух һәм дәрт өҫтәп ҡайтҡандар. Әле лә улар туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр өҫтөндә, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләйҙәр, ижад ҡомары менән яналар. Бик шәп үтер ялығыҙ – Билет алып ҡалығыҙ! Башлана 19.00
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[23 октября 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}