ЭШҺЕҘҘӘРГӘ БАЙ ИЛЕМ |
Новости » Слово автору | |
Башҡортостан егеттәреКөнбайышта, Себерҙә.Сиған кеүек йөкмәнешеп,Эш эҙләйҙәр сит ерҙә.Туйҙырған борон халҡымды,Арыу белмәҫ аттары.Эш хаҡын түләмәй хәҙерХимия гиганттары.Барлыҡ байлыҡ үҙебеҙҙә:Нефть, баҡыр һәм тимере.Тик ул байлыҡ байҙа ғына,Ябай халыҡ тилмерә.Барыһы бар, заводтар бар,Ҡала тулы эшһеҙҙәр.Эше лә бар — түләмәйҙәрШул эш өсөн, ғәмһеҙҙәр.Ситкә китә төп байлығы,Күрмәгәс ҡәҙерҙәрен.Алтын ҡуллы егеттәрһеҙ,Тороп ҡала бит ерем!
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[2 августа 2013] | Просмотров: 1994 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
ЭШҺЕҘҘӘРГӘ БАЙ ИЛЕМ HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4333-esh1210e117611761240rg1240-bay-ilem.html]ЭШҺЕҘҘӘРГӘ БАЙ ИЛЕМ[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4333-esh1210e117611761240rg1240-bay-ilem.html Прямой адрес публикации
{allpages}