Форум на Башкирском портале » Донъяларҙың төп-үҙәге ҡай

”Комсомольская правда”ның 22 — 29 ғинуар 2009 йыл һанында Светлана Кузина ханым миллионлаған уҡыусыларын шаҡ-ҡатырҙы: атом физикаһы ҡыҫаһындағы фәлсәфәүи фәндәр докторы В.А. Чудинов әфәндебеҙ боронғо урыҫ тарихы буйынса иҫ китмәле асыш яһаған. Асыштың асылы, журналист этикаһын һаҡлап, һорау билдәһе янында шаҡырайтылһа ла, уҡыусылар өсөн ул өндәүҙәй яңғыраны: ”Первыми людьми на Земле были русские!” һәм: ”Сенсационное открытие российских ученых: наши предки умели читать и писать еще 200 000 лет назад — задолго до всех прочих известных культур”. — Бәрәкалла! — Быуаттар буйы иңгә-иң терәшеп донъя көткән урыҫ туғандарҙың бөйөклөгөн данлаусы был ҡаҙанышҡа ҡыуаныр ғына инек, әгәр нигеҙе ныҡ булһа… Ғалим-феномен, бәндәләр яҙмышын йылдар аша төҫмөрләгән атаҡлы Ванга әбейҙән ныҡ айырмалы булараҡ, быуаттар һәм дәүерҙәр, емерек таш диуарҙар, тупраҡ ҡатламдары аҫтында күмелеп ҡалған урыҫ мәҙәниәте ынйыларын үтәнән-үтә күрә, күрмешенең асылын иһә, үҙенең докторлыҡ, профессорлыҡ, хатта академиклыҡ дәрәжәләре талаптарынан да өҫтөнөрәк ҡалҡынып, Библияға хас йөмләләй (телдән-телгә ауҙарыуҙа мәғәнә яҙлыҡмаһын өсөн, цитаталар үҙ телендә килеш күсерелә): ”Вначале было слово. Русское слово… За двести тысяч лет до нашей эры… цивилизация на Земле началась с русского народа. Когда-то человечество было представлено одним народом, говорившим на одном языке.

Здесь обсуждается статья: Донъяларҙың төп-үҙәге ҡайҙа?

Комментарии 0