Новости » Слово автору | ||
Заманалар алышына килә, мифологик аң һүрелә бара, фольклорҙың башҡа жанрҙары кеүек үк, боронғо көләмәстәр ҙә яңы осор талаптарына яраҡлаша барғандар, яңы мәғәнә алғандар, персонаждарының составы ла, социаль йөҙө лә үҙгәрә килгән. Яңы осорҙоң эстетик зауығына яуап бирә алмаҫтайҙары йәнле репертуарҙан төшөп ҡалған, онотолған. Көләмәстәр, көндәлек тормошта булып торған комик ситуациялар, көлкөлө фразаларға, мәрәкә өсөн әйтелгән уйҙырмаларға нигеҙләнеп тә, барлыҡҡа килә башлаған. Көләмәс жанрын борон-борондан новеллистик, сартирик һәм юмористик әкиәттәр, көлдөрөктәр ҙә “туйындырып” торған: уларҙың автономия хоҡуғына эйә булған айырым тематик мотвтары үҙаллылыҡ алған сүрәттә, улар көләмәс репертуарын тулыландыра (Айырым көләмәстәр бер тема, бер герой тирәһенә ойошоп, киреһенсә, йә новеллистик йә сатирик, юмористик әкиәт, көлдөрөк сюжетын төҙөү өсөн материал хеҙмәтен үтәүе лә ихтимал). Лаҡап, мәҡәл һәм ярым мәҡәлдәрҙең (тапҡыр һүҙҙәрҙең) аңлатмаларынан да (Пельтцер, әйтмешләй, мәҡәл һәм ярым мәҡәлдәрҙең (тапҡыр һүҙҙәрҙең)»фекер тослоғон» юғалтыуҙары, йәғни мәғәнәүи яҡтан шыйығая төшөүе һөҙөмтәһендә лә) көләмәстәр хасил була. Йор һүҙле кешеләр йыш ҡына үҙҙәренә таныш элекке көләмәстәрҙе яңы шарттарға яраҡлаштырусан. Электән дә популяр көләмәс геройын яңы заманға күсереү һөҙөмтәһендә лә, яңы көләмәстәр уйлап сығарылусан. Хужа Насретдиндың шәкерт сағындағы мәрәкәләре тураһындағы көләмәстәрҙе хәҙерге мәктәп тормошона ҡулайлаштырыу, уның колхозға инеүе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһындағы көләмәстәр, мәҫәлән, шундайҙарҙан. Көләмәстәр, шулай итеп, әле лә актив ижад ителеүсе популяр жанрҙар рәтенә инә.3. Көләмәстәрҙең миллилеге һәм социаль йөкмәткелеге
Башҡорт халыҡ көләмәстәрнең йөкмәткеһендә, формаһында юмор үҙенсәлегендә башҡа халыҡтарҙың ошондай уҡ жанры менән байтаҡ уртаҡлыҡтары һәм оҡшашлыҡтары бар. Ул уртаҡ-лыҡ һәм оҡшашлыҡтарҙың күптәре үҙенең үҫеш юлында кешелек йәмғиәтенең бер төрлөрәк стадиялар үтеүе, бер төрлөрәк ихтыяж кисереүе һәм оҡшаш ситуацияларға юлыҡҡан сүрәттә, уларҙы хәл итеү өсөн, бер төрлөрәк ысулдар файҙаланыуы һ.б. менән аңлатыла. «Бай менән алйот» көләмәсе (8, № 16) халыҡ-ара әкиәт, көләмәс күрһәткестәрендә “Ишекте ныҡ һаҡла» тип теркәлгән тематик мотивҡа (микросюжетҡа) ҡоролған. Иҫәр ишекте бүгәненән һурып ала ла үҙе менән алып йөрөй: ныҡ һаҡлай, йәнәһе. Был микросюжет рустар, белорустар араһында ла (СУС 1009), башҡа халыҡтарҙа ла (АТ 1009) киң таралған. «Мулла менән ялсы» көләмәсенең (8,№ 19) аҙашы – «Үтә тырыш хеҙмәтсе» микросюжеты (хеҙмәтсе иртәнге ашты, төшкөнө, кискене бер юлы ашай ҙа йоҡларға ята: киске аштан һуң йоҡлайҙар бит, йәнәһе) — рус украин, белорус йыйынтыҡтарында күп тапҡырҙар баҫылған анекдот, жарттар иҫәбенә инә (СУС 1561). Донъя фольклорында ул да бик популяр (АТ 1561). Рус теленә тәржемә ителгән 1003 башҡорт көләмәсенең 42-һе типологик оҡшаш сюжеттарға нигеҙләнгән (6, 449).
Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}