Новости » Слово автору | ||
А. Пельтцер анекдоттарҙың синфилығын танымаған, хатта инҡар Ул, анекдоттарҙа ғибрәтлелек юҡ, ә сатира уларҙың күбеһенә хас гип иҫәпләгән. Уныңса, анекдот бары «мәрәкә өсөн мәрәкә» булып ҡына ҡала (30, 65—68 ). Бындай ҡараш менән килешеп булмай. Көләмәстәр дөйөм кешелеккә хас кәмселектәрҙән генә көлдөрөү, шулар хаҡында уйландырыу менән генә сикләнмәй, айырым социаль төркөмдәрҙең, синыфтарҙың позицияһынан тороп, икенсе социаль төркөмдәрҙең, синыфтарҙың үҙҙәренә оҡшамаған яҡтарын, кәмселектәрен комик планда фашлай.4. Көләмәстәрҙең жанр сиктәреКөләмәстәрҙең килеп сығышы һәм үҫеш эволюцияһы тотош фольклорҙың жанрҙары тарихынан айырылғыһыҙ. Көләмәстәр айырыуса көнкүреш әкиәттәре менән яҡын мөнәсәбттә тора. Был яҡынлыҡ уларҙың тәүтормош дәүеренең синкретик ижадынан бер мәлдәрәк айырылыуында, бер үк темаларҙы үҙләштереүендә лә, комик эффект тыуҙырыусы бер үк поэтик алымдарҙы файҙаланыуҙарында ла күренеүе хаҡында, «Тормош-көнкүреш әкиәттәре» бүлегендә әйтелгәйне инде. Унда көләмәстәрҙең тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетын хасил итеүсе “төҙөлөш”материалы — тематик мотив хеҙмәтен башҡара алыуы ла, шул мотивтарҙың, тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетынан айырылып, көләмәс жанрына күсергә мөмкинлеге лә билдәләнгәйне. Көләмәстәр йыйынтығындағы «Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ тәкәне бәрәсләткәне»(8, № 74) көләмәсенең сюжеты — «Ерәнсә сәсән менән хан”, “Ерәнсә сәсән хикмәттәре» тигән новеллистик әкиәттәрҙең; “Әрмет егеттәренең аталарын танығаны» (8, № 602) «һарттарҙың күгәүенгә яу асҡаны» (8, № 592) көләмәстәренеке «Бер туған өс иҫәр» тигән сатирик әкиәт сюжеттары составында бар.Көләмәстәр менән көлдөрөктәр араһында ла яҡынлыҡ күҙәтелә. Икеһенә лә көлдөреүсәнлек хас. Көлдөрөктәрҙең дә күләм йәһәтенән көләмәстәр кеүек йыйнаҡ булғандары осрай. Ләкин көләмәстәрҙән айырмалы рәүештә көлдөрөктәр һәр саҡ тулы сюжетлы була. Бер нисә көлдөрөк, бергә ойошоп, күләмлерәк көлдөрөк хасил итеүҙәре лә мөмкин. «Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ алдағаны» көлдөрөгө шулай хасил булған, Уның составына. «Ҡуян аулаусылар», «Тыумаған ҡуян балаһын тотоусылар», «һунарсы Төхвәтулла», «һунарсы хикмәттәре» ише үҙаллы көлдөрөктәргә хас сюжеттар ингән.
Көләмәстәр менән көлдөрөктәр араһындарьг айырма бигерәк тә ысынбарлыҡты сағылдырыу принциптарында асыҡ күренә. Көлдөрөктәр тормошто, тиҫкәреһен тышҡа өйләндергән кеүек, булмағанды — бар, тип, бойомға ашмаҫты — бойомға ашҡан, тип һөйләй (үҫмәгән ҡыуаҡ төбөнән сығып ҡасҡан ҡуянды тыумаған һунарсы аулай), шуның менән көлдөрә. Ә көләмәс геройы ҡәҙимге шарттарҙа күрһәтелә, һүҙҙәрҙе ирекһеҙҙән («Ҡабалан Сәлих», «Бер һәнәк утын» (8, №№ 55, 526) йә юрамал бутап һөйләүсе («Яхъя бабайҙың ҡышын йәшел сиҙәмдә май ашағаны», «Яхъя бабайҙың эләгеп йығылғаны» (8, №№ 237, 238) беҙҙе; көлдөрә. Шул көлөү алабарманлыҡтан һаҡ булырға һабаҡ, бирә, аҡты ҡара, ҡараны аҡ тип еңмешәлнеүҙең мәғәнәһеҙлеген иҫкәртә. .
Предыдущая страница | Страница 3 из 3 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}