Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Тарихи эпостар (Сөләймәнов)-34 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 21.12.2016 1 min read

“Ҡорҡот-Ата” дастаны “Уғыҙнамә”нең логик дауамын тәшкил итә, асылда. Уның башҡорт версияһы уғыҙ төркиҙәре араһында мәғлүм булғанынан күләменең бәләкәйлеге һәм бер ни тиклем фрагменталь булыуы менән айырыла. Иң әүәл, был версия буйынса, Ҡорҡот атаның башҡорттағы Ҡырғыҙ һәм Табын ырыуҙарына мөнәсәбәтле изге зат итеп күрһәтелеүе иғтибарҙы йәлеп итә. Алтайҙан күсенгән табындарға юл күрһәтеүе уның образын аҙашҡандарға юл табышыусы, яңғыҙ юлаусыға юлдаш булыусы изгелекле зат Хызыр Ильяс образы менән ассоциялаштыра. Сыңғыҙхандың шәжәрәһе Нух бәйғәмбәрҙән башлана. башҡорттоң Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Тамьян ырыуҙарының шәжәрәһенең дә башы ошо бәйғәмбәргә барып тоташа. Ҡарағай Ҡыпсаҡ шәжәрәһе иһә Лоҡман Хәкимдән башлана. Шул кимәлдән ҡарағанда, башҡорттоң Ҡырғыҙ ырыуының Ҡорҡотто ҡанбаба тип иҫәпләүе — уны ла бәйғәмбәрҙәр кимәлендәге шәхес тип таныу менән бер .Хандар тураһындағы дастандарҙың башҡорт версиялары, дөйөм алғанда, тарихи шәхестәрҙең биографияһын сағылдырыуға ҡарағанда, хакимдарҙың ил ҡороу һәләте, унда тыныслыҡ урынлаштырырға ынтылыуы хаҡында һүҙ алып барыусан. 4. Тыйылған эпос “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы яҙма ҡомартҡыларҙан беҙгә мәғлүмдәренән 1876 йылда М. Өмөтбаевтың “Башҡорттар” тигән тарихи-этнографик очергында телгә алына. Ғалим уны йырлап башҡарыла торған өләңдәр рәтенә индерә. Өлгө рәүешендә “Боронғо башҡорттарҙың өләңдәре” тип, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”дан өҙөктәр ҡушып биргән. Ә.-З.Вәлидиҙең хеҙмәттәрендә эпик ҡомартҡыларыбыҙ йыш ҡына телгә алына. Ҡушмөгөҙлө Зөлҡәрнәй атлы йыһангир — Александр Македонский Ҡөрьәндә 24 тапҡыр телгә алына. Шуны иҫтә тотоп, Вәлиди: “Әгәр беҙҙең төрөктәрҙән дә бәйғәмбәрҙәр үҫеп сыға ҡалһа, улар ҙа, теге йәки был төшөнсәне аңлатыу өсөн, төрөк дастандарына, мәҫәлән, хыянатсыл тәбиғәтле кешене тасуир итеү өсөн, уғыҙ дастанындағы — Ҡөлләрҡин Ябғуның ҡатыны хаҡындағы ҡиссаларға, ғәҙеллекте аңлатыу өсөн, “Иҙеүкәй” дастанындағы “Иҙеүкәйҙең дөйәһе” кеүек ҡиссаларға таянырҙар ине һәм фекерҙәрен төрөктәр ышанырлыҡ формала аңлатырҙар ине”, — тигән . 1954-1955 йылдарҙа “Колонизаторлыҡ тарихы” тигән лекциялар курсын яҙып бөтә. Истанбул университеты студенттарына уҡыуға тәғәйен ошо хеҙмәтенең бер өлөшө “Башҡорттар тарихы” тигән монографияһында ла Ә.-З.Вәлиди “Иҙеүкәй менән Мораҙым” дастаның тағы ла телгә ала .Дастандың башҡорт версияһының Дауыт Юлтый, Сәғит Мирастар һәм үҙе яҙып алған варианттарынан ХХ быуатт 20-се йылдарында Нәҡи Исәнбәт йыйылма текст төҙөгән.Әйтелгәндәрҙән аңлашылыуынса, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы башҡорттар араһында заманында киң таралған булған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан беҙҙә лә, Татарстанда ла, Ҡарағалпаҡстанда ла уның 500 йыллығын үткәреү буйынса ҡыҙыу эш башлана. Мөхәмәтша сәсән Буранғолов, Татарстанда беҙҙең яҡташыбыҙ Нәҡи Иҫәнбәт уның сюжетына пьеса яҙа, төрлө баҫмалар әҙерләнә. Әммә уҙған йөҙ йыллыҡтың 40-сы йылдарының уртаһынан алып 80-сенең ахырынаса “Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡаты тыйыу аҫтында булды. 1944, 1945 йылдарҙа Татарстан менән Башҡортостан партия ойошмаларында идеологик, эштең торошо хаҡындағы ҡарары менән ВКП(б) Үҙәк комитеты “Иҙеүкәй менән Мораҙым”ды, хандар, бейҙәр эпосы, тип, уны золомға дусар иткәндәр. а) Һабрау сәсән образы

Башҡа милләттәргә мәғлүм версияларындағы кеүек үк, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосының башҡорт версияларында ла Һабрау сәсән образына мөһим урын бирелгән. Мөһимлеге шуның менән аңлатыла: ул ваҡиғаның үҙендә тәғәйен генә үҙе ҡатнашмай, шулай ҙа уның булмышына, ағышына, сиселешенә, тимәк, яҙмыштарҙың хәл ителешенә, эпостың башҡа персонаждарының береһенә лә, хатта төп геройҙары Иҙеүкәй менән Мораҙымға, уларҙың антиподы Туҡтамыш ханға сағыштырғыһыҙ ҙур роль уйнай. Йәшәрен йәшәгән 175-тең өҫтөндә (әйткәндәй, төрлө версия һәм варианттарҙа уның йәше төрләнә) барған Һабрау ваҡиғаларҙың иң киҫкен мәлендә генә алғы планға сығарыла һәм уларҙы кешеләр яҙмышында киҫкен боролош яһарға мәжбүр итеүсе рәүешендә күрһәтелә. Бының өсөн уға, Иҙеүкәй йә Мораҙымдан айырмалы рәүештә, ҡылыс болғауҙың да, уҡ-һаҙаҡ менән мәргән эш итеүҙең дә, Туҡтамыш хан һымаҡ, ырыу батырҙарынан, хәҙергесә әйткәндә, шәхси гвардия төҙөүҙең дә, сиреү тотоуҙың да кәрәге юҡ. Уның төп ҡоралы — һүҙ, һүҙҙең дә сосо, сәпкә тура тейә торғаны.

Continue Reading

Previous: ismagilovsagit » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Көләмәс (Сөләймәнов)-3 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025