Новости » Слово автору | ||
Һәм дөрөҫ әйткән. Бик бәрәкәтле булды ул. Ҡунаҡтар алдына ла мул-мул итеп ҡуябыҙ, үҙебеҙҙең өҫтәлдән дә өҙөлмәй, әммә hис кәмемәй. Беҙҙең берҙән-бер туғандарыбыҙ – hәр ваҡыт үҙҙәре юғында тиргәлгән дошмандарыбыҙ бар. Улар – иремдең бер туған ағаhы, ваҡсыл Әнәс ағай (быныhы – минең дошманым), уның ҡатыны – ирем менән ҡәйнәмдең иң күрә алмағандары – ит бүкәне, уҫал Шөкризада, уларҙың ун дүрт йәшлек ҡыҙы – улымдың асыуын килтергән – татлы телле Ләлә. – Вәт ҡайнатма, исмаhам! – тине бөтә нәмәне тиҙ үк күреп алыусы Әнәс ағай, бармаҡ шартлатып. – Ранеткаларының береhе генә лә иҙелмәгән. Ашамайынса матурлығына ҡарап ҡына торорлоҡ. Ә hин, Шөкри, дүрт-биш биҙрә ранетканы серетеп түктең: мал ҡәҙерен белмәйhең hин. Бына әсәй менән килендән өйрән! Ул, бер ранетканың hабағынан ике бармағы менән аристократтарса тотоп торҙо ла, йәшлек эликсиры ҡапҡандағы hымаҡ, ҙур ләззәт менән емеште ауыҙына ебәрҙе. Шунда уҡ уның йөҙө бер нисә ерҙән тартышты, күҙҙәренөн йәш килде, әммә ул ауыҙындағыны төкөрөргә баҙнат итмәне. – Ҡайҙа әле, әсәй, сәй бир тиҙерәк! – тип сынаяҡҡа үрелде. Бер юлы бер сынаяҡ сәйҙе hемергәндән hуң ул, батырайып: – Бына, исмаhам, сәй! – тип сөскөрҙө hәм, сер бирмәҫ өсөн ниндәйҙер мөhим эш табып, табын янынан уҡ тороп китте. – Әйтәм, hеҙҙең Тәлғәт яҡшы уҡый, ошо ҡайнатма менән сәй эскәнгә шулай башлылыр әле, моғайын!.. – Татлы телле Ләлә, ике туған тиҫтеренә наҙлы итеп йылмайып, әлеге ранетка ҡайнатмаhына үрелде. Беҙ көткән hөҙөмтә шунда уҡ күренде: Ләләнең йөҙөндәге йылмайыу сатҡылары шул секундта уҡ юҡҡа сыҡты, ауыҙы бөрөштө, күҙҙәре ҡыҫылды, маңлайы йыйырылды, кескәй танауы, томау төшкәндәге hымаҡ, еүешләнде. Уның бөтә кәүҙәhе ҡалтыранды. – Ауыҙыма ниндәйҙер дарыу эләкте, әллә синтомицин инде, – тине ул hәм, ауыҙын тотҡан килеш, тышҡа сығып сапты. «Миңә лә ул дарыу эләкмәhә ярай ҙа», – тигән ҡиәфәт менән тартыныбыраҡ ултырған Шөкризада еңгәйҙе күреп, ҡәйнәм: – Ҡурҡма, килен, асыраҡ булhа ла, тәнгә сихәте бик ҙур был ҡайнатманың. Ҡан баҫымы көслө булғанда, бик яҡшы дарыу икән ул, – тип hүҙгә кереште. – Һин бит шул мигрень менән яфа сигәhең, нығытып ҡына аша әле, еңеләйеп, терелеп китерhең. Бәлки, ошо асылыҡ артыҡ майҙарыңды ла алыр. Ҡайнатма менән эс әле сәйеңде, тирең сыҡhын! – тип ҡыҫтай ул еңгәйҙе, әлеге ҡайнатма hауытын уның алдына уҡ ҡуйып. Шөкризала еңгәй ҙур түҙемлек менән ике-өс ҡалаҡ ҡайнатманы ҡапты ла ат кешнәгән тауыш сығарып: – Уф, әсәкәйем, үтеңде hытыр! – тине. Шунан сәй эсеп, батырайып алды ла: Ярай, ҡәйнәм, хафаланма, дарыуҙы мин уны өйҙә лә эсә алам. Дарыу эсер өсөн ҡунаҡҡа килмәйҙәр ҙә, – тине, ҡайнатма hауытын ҡәйнәмә кире этәреп. – Мин үҙем сәйҙе шәкәр ҡабып эсергә яратам. – Ярай, улайhа, берәй банка ҡайнатманы күстәнәс итеп биреп ебәрәйем әле, өйҙә бер үҙең иркенләп эсерhең – сихәтле дарыу, – ти ҡәйнәм, ныҡышып. – Юҡ, юҡ, – ти еңгәй ике ҡулын да hелтәп. – Ундай дарыуға ярай торған ҡәҙерле нәмәне банкалап кешегә тараталармы hуң инде!.. Үҙегеҙ рәхәтләнеп эсегеҙ, hалҡын да теймәҫ, башығыҙ ҙа ауыртмаҫ, йөҙ йыл йәшәрhегеҙ! … Һәм бына икенсе йыл инде беҙҙең ҡайнатма кәмемәгән көйө тора. Әлбиттә, үткән йәй көнө ул бер аҙ шәкәрләнгәйне, ҡәйнәм уны тағы бер тапҡыр ҡайнатып ҡуйҙы. Киләhе йәйгә тиклем бик иркен етәсәк әле ул, сөнки хәҙер… үҙенән-үҙе күпсеп, артып ултыра!
Беҙ уны ла файҙаланыу әмәлен таптыҡ: бөтәhен дә бер ҙур быяла hауытҡа бушаттыҡ та, саҡ ҡына әсетке өҫтәп ҡуйҙыҡ. Нәүбәттәге ҡунаҡтар килеүгә уйнаҡлап торған үҙ шарабыбыҙ әҙер буласаҡ. Һәйбәт хужалар ҡунаҡты ҡоро табынға ултыртмай. Сәй менән үтмәгән ҡайнатма мәй булып үтәсәк!
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}