![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Анализ алдан иҫкәртә | Новости |
Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа анализ бирмәгән кеше юҡтыр. Беҙ уның хатта бармаҡ осонан ғына алынғанынан да ҡурҡып бер булабыҙ. Ауырта, йәнәһе…Анализ – сирҙәрҙе асыҡлаусы төп билдә. Ауырыу ни тиклем иртәрәк асыҡлана, унан ҡотолоуы ла шул тиклем тиҙерәк. Сөнки кешенең иммун системаһы ауырыу башланған осорҙа уға ҡаршы әүҙемерәк көрәшергә һәләтле. Шуға күрә бер ваҡытта ла анализ биреүҙе кисектерергә ярамай. Кем белә, бәлки, ябай ғына бер анализ арҡаһында сәләмәтлегеңде генә түгел, тотош ғүмереңде ҡотҡараһыңдыр… Анализ бирер алдынан дарыу, алкоголле эсемлек эсеүҙән, әсе ризыҡ ашауҙан тыйылығыҙ. Юғиһә һөҙөмтәнең дөрөҫ булмауы ихтимал. Шулай уҡ дауаланғандан һуң ике аҙна үтмәйенсә, анализ биреү дөрөҫ түгел. Сирләгән мәлдә тапшырылған анализ да хата һөҙөмтә күрһәтеүе бар. Бәүелгә, флораға анализ шунда уҡ лабораторияға ебәрелә. Был процесты бер нисек тә тиҙләтеп булмай. Бәүелгә дөйөм анализ, гинекологик һәм ирҙәрҙең уретраһына тикшереүҙәр тиҙ әҙер була. Ни өсөн тигәндә, бындай төр анализдар ҡатмарлы ысул талап итмәй. Уларҙың һөҙөмтәһен бер көн эсендә белергә мөмкин. Хәҙер яңы технологиялар буйынса ауырыуҙы башланған стадияһында уҡ иҫкәртеүсе иммунофермент анализдар ҙа бирергә була. Был төр анализ ярҙамында әсә булырға әҙерләнгән гүзәл заттар үҙенең генә түгел, буласаҡ балаһының да әллә күпме ауырыуын кисектерә ала.
«Йәшлек» гәзитенән. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[9 апреля 2010] | Просмотров: 25 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}