Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

аҡыт һынауын лайыҡлы үтеп » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 12.04.2010 1 min read

120-4953134 ban_mag-1567655 mini_1087-3251136 yeshlek_120-8286589 foto_120_60-1438488

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
аҡыт һынауын лайыҡлы үтеп Новости
БР Дәүләт Йыйылышы йортонда «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай: Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу системаһы 15 йыл аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш юлында» темаһына ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда дәүләт һәм муниципаль власть органдары, Федерация Советы ағзалары һәм Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар, хоҡуҡ белгестәре, дин әһелдәре, йәмәғәтселек, көс структуралары вәкилдәре ҡатнашты. «Башҡортостан Республикаһы Консти­туцияһы һәм хоҡуҡ системаһы» доклады менән сығыш яһаған башҡорт парламенты спикеры Константин Толкачев, республика парламентының 15 йыл эшләү осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап: «Башҡортостан совет осоронан һуңғы Рәсәйҙә тәүге төбәктәр иҫәбендә демократик, хоҡуҡи һәм социаль дәүләт принциптарын Конституция кимәлендә нығытты. Төп Законда маҡсатҡа ярашлы төҙөлгән республика хоҡуҡ системаһының төп конструкцияһы әһәмиәтенә эйә булған нигеҙҙе тәшкил итеүсе башланғыстар билдәләнде. Ул Рәсәйҙә яңы формациялағы федератив дәүләт төҙөлә башлау һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫты», – тип билдәләне һәм артабан Төп Законыбыҙ – БР Конституцияһының төп йүнәлештәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.Форум сиктәрендә закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән бәйле башҡа төрлө мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Бөгөн 15 дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре республика парламентының юғары наградаһына лайыҡ булған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет билдәһе һәм Маҡтау грамотаһы менән Башҡортостан ҡануниәте үҫешенә индергән өлөшө, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре билдәләнеп, өс кешегә республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һәм милли мәғариф өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн рәхмәт белдерелде һәм парламент спикерының Рәхмәт хаты тапшырылды. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов парламентты юбилейы уңайынан ҡотланы.

Зөфәр ЕНИКЕЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе:

– БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай республикала халыҡ вәкиллегенең иң яҡшы традициялары эстафетаһын ҡабул итеп, уларҙы лайыҡлы дауам итте, үҫтерҙе, республиканың закондар сығарыу системаһын булдырыуға кереште. Ул саҡта уҡ ваҡыт талаптарына яуап биргән хоҡуҡ системаһын булдырыу кәрәклеге асыҡ ине. Яңы парламент барлыҡҡа килгәндән алып депутаттар корпусы дүрт тапҡыр алмашынды. Һәр саҡырылыш алдында үҙенә күрә актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы торҙо.

Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси процестары үҫешкән парламентаризм институты дәүләт-административ идара итеүҙең эҙмә-эҙлекле реформаларын атҡарыуға, йоғонтоло закондар сығарыу системаһын булдырыуға, кеше һәм граждандар хоҡуғы һәм иркенең өҫтәмә гарантияларын тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүен күрһәтте.

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 марта 2010] | Просмотров: 42 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Continue Reading

Previous: Bash-PORTAL.RU > Версия для печати > Рукопись Бабича. Публикуется впервые
Next: Анализ алдан иҫкәртә » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025