![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Юрматылар | Новости » История |
Юрматы улусы составына (Илсек-Тимер түбәһе тип тә йөрөтәләр) гәрәй-ҡыпсаҡтар йәшәгән Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән ауылдары халҡы, шулай уҡ Ҡармыш түбәһенә ҡараған Бағраш ( гәрәй-ҡыпсаҡтар ), Мораҡ, Туғай, Үтәк, Яңғыҙҡайын, Яңы Ҡарамыш ауылдары ҡарай. Яңы Ҡарамыш ауылынан 1880 йылда Ҡотлоғужа ауылы айырылып сыға. Шуныһын әйтеп китергә кәрәк, Юрматы улусының Ҡармыш түбәһенә ҡараған ауылдарына ваҡыт үтеү менән яһаҡ түләүсе татар, мишәрҙәрҙе, сыуаштарҙы индереү был ауылдар халҡын ҡатнаш итә. Мәҫәлән, 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Мораҡта 77 аҫаба башҡорт (ошонда тыуып үҫеп, үҙ ере булған), 53 ерһеҙ башҡорт йәшәгәнлеге билдәле. Һуңынан ерһеҙ башҡорттарҙы типтәр итеп теркәйҙәр. Ошо уҡ перепистә ауылда татарҙарҙан 14 типтәр, 32 сыуаш теркәлгән. 1880 йылда Беренсе Мораҡта башҡорттар һәм типтәрҙәр, Икенсе Мораҡта сыуаштар һәм татарҙар йәшәүе билдәле. Һуңынан ике ауыл берләшеп, бөгөн Мораҡта, башлыса, сыуаштар көн күрә.Башҡа ауылдар буйынса ла ошондайыраҡ миҫалдар килтерергә була. Мәҫәлән, Ҡотлоғужа ауылында XIX быуат аҙағында 148 башҡорт, 114 типтәр, 40 мишәр йәшәгән. Алты перепистә Ҡотлоғужа башҡорт ауылы тип күрһәтелгән. Баҙыҡ ауылы шулай уҡ 4 перепистә башҡорт ауылы тип теркәлгән. Яңғыҙҡайын ауылы иһә 3 перепистә – башҡорт, 4 перепистә башҡорт-татар ауылы тип иҫәпләнгән. 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан айырмалы рәүештә, уларҙың барыһы ла 1989 йылғыһында татар ауылдары итеп күрһәтелгән. Был айырыуса Ҡотлоғужа менән Баҙыҡ ауылдарына ҡағыла. 1979 йылда ике ауылда ла башҡорттар йәшәгәнлеге аҡҡа ҡара менән яҙылған. Йәғни был ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырған. Ә 1989 йылда иһә бында татарҙар йәшәй башлаған. Ни бары ун йыл эсендә генә ауыл халҡының этник составының үҙгәреүен бер ниндәй дәлилдәр менән дә аңлатып булмай.Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ни сәбәптәндер тулыһынса татар тип күрһәтелгән. Һуңғы перепись мәғлүмәттәре буйынса, ауылда башҡорттар, татарҙар йәшәй. Үтәк бер милләтле ауыл булып иҫәпләнгән. Ауылға Юрматы ырыуы башҡорттарының нигеҙ һалыуы билдәле. 1772 йылда бында яһаҡ түләүсе типтәрҙәрҙе индерәләр. Ошо ваҡиғанан һуң Үтәк ҡатнаш ауылға әүерелә. Башҡорттар үҙҙәре бер оста Үтәк-1 ауылы булып йәшәй. Ә типтәрҙәрҙән һуң килгән татарҙар, бергә берләшеп, Үтәк-2 ауылы булып урынлаша. Һуңынан ике ауыл бергә берләшә. Үтәктә бөгөн дә башҡорт урамы бар. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Үтәктә 800 башҡорт, 1552 типтәр йәшәй тип теркәлгән. 1989 йылғы перепистә иһә 739 кеше (башҡорттар, татарҙар) йәшәй тип күрһәтелгән.Яңғыҙҡайын ауылы – элекке Юрматы улусының иң ҙур ауылдарының береһе. 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә 35 аҫаба башҡорт, 129 ерһеҙ башҡорт һәм типтәр, мишәрҙәр йәшәгәнлеге күрһәтелгән. Артабанғы иҫәп алыуҙарҙа халыҡ һаны ла, уның милли составы ла төрлөсә үҙгәреп торған. 1859 йылда 168 аҫаба башҡорт, 32 типтәр теркәлгән. 1870 йылға типтәрҙәр һәм мишәрҙәр һаны ҡырҡа арта. Ошо йылдағы перепись мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ауылда 802 типтәр, 425 мишәр, 114 башҡорт йәшәй, 1920 йылға ауылдағы халыҡ һаны 2987 кешегә етә. Халыҡтың күпселеге башҡорттар, уларҙан ҡала типтәрҙәр тип күрһәтелгән. Ни сәбәптәндер мишәрҙәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Уларҙы йә башҡорттарға, йә типтәрҙәргә ҡушып яҙғандармы, билдәһеҙ. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы тәүге перепись ваҡытында – 1959 йылда Яңғыҙҡайында 2094 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Уларҙың да күпселеге башҡорт тип күрһәтелгән. 1979 йылғы перепистә лә ауылда башҡорттар күпселекте тәшкил иткән. 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа нисбәт ҡырҡа үҙгәргән. 1011 кешенең барыһы ла татар тип күрһәтелгән. Башҡа ҡатнаш ауылдарға килгәндә инде, Бурлы ауылы буйынса 1795 йылғы перепистә 109 типтәр йәшәй тип күрһәтелгән. 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 344 типтәр һәм мишәр йәшәгәнлеге билдәле. 1917 йылға халыҡ һаны – 824, ә 1920 йылға 1254 кешегә етә. 1920 йылда ауылдағы халыҡтың күпселеген типтәрҙәр тәшкил иткән. Үҙҙәрен татар тип күрһәтеүселәр бик аҙ булған. Ни сәбәптәндер мишәрҙәр юҡҡа сыҡҡан.Артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙарҙа, 1959 йылда халыҡтың күпселеге татарҙар булып киткән. Типтәрҙәр, мишәрҙәр бөтөнләй юҡ, ә башҡорттар бик аҙ теркәлгән. Күршеләге Ҡормантау ауылында 1795 йылда 100 мишәр йәшәгәнлеге билдәле. 1859 йылға халыҡ һаны 401 кешегә етә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ һәм ҡыҙыҡлы: 1870, 1917 йылғы перепистә ауылда йәшәүсе халыҡтың (456, 740 кеше ) күпселеге үҙҙәрен ни сәбәптәндер башҡорт тип яҙҙырған. Ә 1920 йылда ауылдағы 1047 кешенең күпселеге үҙҙәрен типтәр тип күрһәткән. Совет власы йылдарындағы перепистә ауылда башлыса, татарҙар йәшәй тиелгән. Татар һаҫыҡкүлендә 1795 йылда 40 типтәр йәшәгән. 1870 йылға халыҡ һаны 150 кешегә етә. 1920 йылда 492 тип тәр йәшәй. 1959, 1979, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙарҙа ауыл халҡы, башлыса, татар, бер нисә рус ғаиләһе йәшәй тип күрһәтелгән. Үтәк ауыл советына ҡараған Туғай ауылы 1870 йылғы перепистә генә башлап телгә алына. Ул саҡта ауылдағы 436 кешенең күпселеге үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырған. 1917 йылда ауылда 853 кеше йәшәй. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа нисбәт үҙгәрә төшә. 1064 кешенең күпселеге типтәр тип күрһәтелгән. Ә 1959 йылда 733 кеше үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырған. Тағы ла 20 йылдан һуң, йәғни 1979 йылғы перепистә ауылда башҡорттар, татарҙар йәшәй тип күрһәтелгән. Ун йылдан һуң (1989 йылда ) ауылда бер башҡорт та ҡалмай, барыһы ла татар тип яҙҙырыла. Халыҡ иҫәбен алыу тарихына ошолай төптәнерәк төшөп ҡараһаң, хайран ҡалаһың. 10 – 20 йыл эсендә генә ауыл халҡының милли составы ҡырҡа үҙгәрә лә ҡуя. Был юлдарҙы уҡыусылар араһында: “Ул үҙгәреү генә нимә ул, тотош милләттәр юҡҡа сыҡҡан саҡтар булған бит”, – тиеүселәр табылыр. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Алда әйтеп үтелгән ауылдарҙағы 1926 йылдан һуңғы перепистәрҙә типтәр, мишәрҙәрҙең юҡҡа сығыуы шуға дәлил. Райондағы ҡатнаш милләттәр йәшәгән Баҙыҡ, Ҡыҙылъяр, Урал, Игенселәр, Иҡтисад , Абдулла ауылдары буйынса ла төрлө йылдарҙағы перепистә халыҡтың этник составының ҡырҡа үҙгәреп тороуын күрергә мөмкин. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
[7 апреля 2010] | Просмотров: 27 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}