Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзиндың тыуына 60 йыл » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 21.02.2020 1 min read
Новости » Культура
20 ноябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты Ғәли Хәмзиндың «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен…» исемле хәтер кисәһе уҙа. Ғәли Хәмзин Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған маһир йырсыларыбыҙҙың береһе була. Ул ынйы-гәүһәрҙәргә тиң халҡыбыҙ моңдары менән бер рәттән классик, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған киң диапазонлы профессиональ йырҙар башҡара ине. “Йәдкәр” фольклор-эстрада төркөмөнөң тәү маҡсатына тоғро ҡалып, юғары маҡсаттарға ирешеүендә Ғәли ағай Хәмзиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ғәли Хәмзин Абдулла Солтанов, Иншар Солтанбаев, Сөләймән Абдуллин кеүек үҙ аллы ижад мәктәбен үткән йырсы ул. Ул милли мираҫыбыҙҙы тамашасыларға үҙенең ҡабатланмаҫ тауышы менән еткереп, башҡорт йыр сәнғәтен юғары баҫҡысҡа күтәрә. Йырсы булып китер алдынан Ғәли ағай бик күп төрлө һөнәр эйәһе була: слесарь, балта оҫтаһы һәм башҡалар. Ә иң тәүге профессияһы – водитель. Ауыл кешеһе булараҡ Ғәли Хәмзин ер эше менән булышырға бик әүәҫ. Бала саҡтан йырсы булыу хыялы менән йәшәгән Ғәли Хәмзин үҙ маҡсатына ирешә. 1985 йылда Краснодар ҡалаһында үткән халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исемен яулап, 1 премияға лайыҡ булыу, артистың артабанғы ижадына көс-дәрт өҫтәй, этәргес булып тора. Ғәли ағай ҡатыны Зөмәрә апай өсөн ышаныслы һәм һөйөклө тормош юлдашы, ике улы өсөн өлгөлө һәм хәстәрлекле атай ине, ә халҡы өсөн һәр ваҡыт йырсы булып ҡала. Рус һәм Көнбайыш классик әҫәрҙәрен дә оҫта башҡарған Ғәли Хәмзиндың сығыштарын Башҡортостан халҡы ғына түгел, сит ил тамашасыһы ла һәр саҡ көтөп алып, дәррәү алҡыштар менән оҙата -ҡаршы ала ине. Ғәли Хамзиндың ижадын һөйөүселәрҙе 20 ноябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залына саҡырабыҙ. «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен…» исемле хәтер кисәһендә йырсыны иҫкә алыр өсөн уның бик күп ижадташтары сығыш яһар. Улар араһында Тәнзилә Үҙәнбаева, Азат Айытҡолов, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Венера Рәхмәтуллина, Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Илшат Ишморатов, Урал Мортазин, Нәсимә Тимерова, Сибәғәт Яруллин, Рим Гәрәев һәм башҡа бергә ижад иткән дуҫтары ла ҡатнаша. Ғәли Хәмзиндың ижадын һөйөүселәрҙе был хәтер кисәһендә көтөп ҡалабыҙ!Башлана 19.00 сәғәттә

Билеттар заказы 250-77-42 телефоны буйынса ҡабул ителә

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[20 октября 2010] | Просмотров: 355 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Ҙур йыйынға әҙерлек башланды » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Деятельность общественности Дёмского района за сохранение башкирского языка и культуры — Образование и наука — Башҡорт форумдары

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025