Ҡыймайыҡ сабыйҙар куңелен. » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
«Сабыйым минең… Кескенэ кулдарынды устарыма кысып, башынды ыйпап, яратып арҡаңдан һөйгән саҡтарҙы өҙөлөп һағынам. Бына һин тәүге аҙымдарыңды эшләнең, йөрәгемде өҙҙөрөп «әсәй” тип өндәштең. Их, шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарып булһа ине. Юҡ шул, балаҡайым, бала сағыңды урланым мин, хәмергә алмаштырҙым. Тормош ауырлыҡтарына бирештем шул, һине йылы ҡанатым аҫтына ала һалып әсе елдәргә ҡаршы тора алманым – һындым. Ә һин мине һағынғанһыңдыр. Түҙ, балаҡайым, түҙ. Тиҙҙән ҙур тормошҡа һин дә аяҡ баҫырһың, әммә минең хаталарымды ҡабатламаҫһың тип ышанам. Ғәфү ит мине. ..”Хат юлдарын уҡып та бөтмәнем, күҙ йәштәремде тыя алмай ҡатып ҡалдым. Һәр кемдең күңелендә иң йылы хистәр булып ҡалырға тейеш тә бит бала саҡ! Ата- әсәйҙең хаталары өсөн ҙур тормош юлы алдында гонаһһыҙ балалар яуап бирергә тейешме һуң?«Йәшлек» гәзите сайтының форум ағзалары Учалы районы Сәфәр ауылында урынлышҡан балалар йортона ҡунаҡҡа барырға тәҡдим иткәс, ихласлап ризалаштым. Юлға сыҡҡас шул тиклем тулҡынланыуымдан уйҙарым буталды, башымдан бер-бер артлы һорауҙар барлыҡҡа килде. Нисек кенә ҡаршыларҙар икән? Сәхнәләштергән тамашабыҙ оҡшармы?Балалар йортона килеп ингәс бөтә шиктәрем юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Алсаҡ тәрбиәселәрҙе, балаларҙың киң һәм яҡты бүлмәләрен күреп ҡыуанып киттек. Оялып ҡына бүлмәләренән сығып әҙәпле иҫәнләшкән балалар ҙа хайран ҡалдырҙы.Тамаша залына инеп Нардуған байрамын сәхнәләштереп күрһәтергә йыйындыҡ. Кисәне әҙерләүсе һәм алып барыусылар Нәзирә Сыңғыҙова һәм Әхәт Мөхәмәтовтар асып ебәргәс, тамаша залына йыйылған ун – ун биш бала дәррәү ҡул сабып, дәртләндереп ебәрҙе. Әхәт Мөхәммәтов байрамдың иң ҡыҙығы – конкурста еңеүсе һәр кемгә уйынсыҡ аҡсалар таратылыуы һәм һуңынан уларға беҙҙең кибеттән (әйткәндәй, форумсы дуҫтарыбыҙ ярҙамында йыйылған кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтарынан айырым бер бүлмәлә кибет ойошторғайныҡ) һатып алыу мөмкинселеге буласағын аңлатҡас, залда балалар тағы ла күмәгәйеп китте. Тамашасыларға Гөллирә Халикова «Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен бүләк итте. Тәүге ярыштарға ҡыйыуһыҙланып ҡына ҡатнашырға сыҡҡан балалар тиҙ арала беҙгә өйрәнеп, бер дөйөм команда булып та киттек. Форум ағзалары Ләйсән Баймырзина менән Ильнур Миңлеғолов балалар менән бергә үҙҙәре лә ярыштарҙа ихлас ҡатнашты. Еңеүселәргә «банкирыбыҙ» Рөстэм Зайнуллин аҡса таратып өлгөрә алманы, хатта. Көтмәгәндә Ҡыш бабай (Фәннүр Байтурин) килеп инеүе бер аҙға кәмит булып тойолһа ла, уның ниндәй маҡсат менән килеүен белгәс, балалар бер аҙға баҙап ҡалды.Ҡыш бабай Ҡар һылыуҙы эҙләп йорой икән дә баһа! Был юлы уға Селлә бабай (Әхәт Мөхәмәтов) ярҙамға килде. Һылыуҡайҙар араһынан конкурстар үткәрә-үткәрә иң күп тылсымлы һүҙ белгән, башҡорт телендә шиғыр һөйләп күрһәткән һылыуҡайыбыҙ Динә Таһироваға был роль ышанып тапшырылды. Ҡыш бабай менән Ҡар һылыуға балалар үҙ һәләттәрен күрһәтергә ашыҡты: Женя Ночвин, Юлиә Аҡбулатова, Зилә һәм Рита Йәлиловалар, Әлиә Әхмәҙуллина кисәне һандуғастай моңдары менән биҙәне. Балаларҙың һәр йыры атай-әсәйҙәргә бағышланғанлығы, уларҙың саф хистәре күңелдәрҙең нескә ҡылдарын сиртеп уҙҙы. Күңелле старттар уйыны башланғас, балалар тағы ла күмәгәйеп киткәндәй тойолдо. Йүгерешеп туп типкән, дартс уйынында теләп ҡатнашҡан баларҙың һәр командаһы бүләкһең ҡалманы. Уйындарҙы алып барыусы шәп егеттәребеҙ Ильнур менән Фәннур уларға туптар һәм ошо уҡ дартс уйынын бүләк итте.Сәхнә түренә тағы бер йәш әртис Урал Ғайсин сығып «Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын” тип йырлауына, уға залда ултырған һәр баланың ҡушылыуын күреп, тәрбиәселәр ҙә, форумсыларыбыҙ ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы. Арабыҙҙағы һәр кем күҙҙәрендә бөтмәҫлек һағыш ятҡан, күңелдәрен һалҡын яңғыҙлыҡ биләгән балаларҙы йәлләне, кемдер бәғерһеҙ ата-әсәләрҙе ҡәһәрләне. Ҡапыл залда тынлыҡ урынлашты, Уралыбыҙ күҙҙәрен йәшереп залдан сығырға ашыҡты. Был күренештән һуң барыбыҙ ҙа ҡаушап ҡалдыҡ. Үҙәктәрҙе өҙҙөрҙө бит был балаҡай. Баныу Ҡаһарманова тынлыҡты боҙорға теләмәгәндәй, ипле генә итеп балаларға: “Тормош юлында юғалып ҡалмағыҙ, яҡындарығыҙға игелекле, мәрхәмтәтле булығыҙ, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмағыҙ, тырыш булып үҫегеҙ”- тип өндәште. Көнсығыш бейеүен бейеп күрһәткән Әлиә Әхмәҙуллина һәм өҙҙөрөп баҫып Рус халыҡ бейеүен бейегән кескенә ҡыҙыҡай Ләйсән Фәйзуллина тиҙ арала тамашасы һөйөүен яуланы. Кисәне биҙәүсе ҡарһылыуыбыҙ Динә Таһироваға алдан әҙерләнгән бүләгебеҙҙе куртка шарф һәм шапканы бүләк иткәс, ул да яуапһыҙ ҡалманы. Матур итеп йырлап, кисәне тамамлап ҡуйҙы. Аҙ ғына ваҡыт эсендә дуҫлашып өлгөргән йәш дуҫтарыбыҙ менән айырылыша алмай
мәж килдек. Был балалар йортонда шул тиклем талантлы, тырыш, тормош юлына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән балаларға ҡарап һоҡланып туя алманыҡ. Һәр береһен ҡоса-ҡоса һаубуллашҡан саҡта, күҙ йәштәремде тыя алмай тәрбиәселәргә түҙемлек, балаларға аҡ бәхеттәр теләнем. Ҡараңғы төшөп өлгөргән урамға сығып оҙатып, тилмереп ҡалған абаларға ҡарап, ата-әсәйемде уйланым. Алда мине йылы өй, тәмле аштар көтә. Ә был сабыйҙарҙы… Балалар йортонда бешерелгән аштар, тәрбиәселәрҙең йылы һүҙҙәре, һәр балаға ҡәҙерле булған атай һәм әсәйҙең иркәләүен алмаштыра алһа ине. Тағы ла килегеҙтинеләр. Килербеҙ, әлбиттә, килербеҙ. Тик һағыштарығыҙҙы баҫа алырбыҙмы?

Әлфирә ИЛГИЗОВА

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[25 декабря 2008] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0