[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
«Айбар» башҡорт клубы | Новости » Культура |
КИС етеү менән Конгресс-холл янына күмәкләшеп тә, берәмләп тә йәштәр ағыла башланы. Инеү урыны янында йәштәр һаны артҡандан-арта, улар бер-береһенә йәнләнеп ниҙер һөйләй, клуб тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша. Һәм, ниһайәт, ишектәр асыла. Әммә бөтәһенә лә түгел. Әгәр аяҡтарыңда тура баҫып тора алмайһың икән, тимәк, икенсе тапҡыр айыҡ килеш осрашҡанға тиклем «һау булып тор!», бүтәндәрҙең кәйефен боҙоп йөрөргә хаҡың юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: клуб эсендә лә тартыу һәм ҡаты спиртлы эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйылды.Сәғәт һуғыуы тантаналы рәүештә тарихыбыҙҙа мөһим ваҡиға – башҡорт клубы асылыуы тураһында иғлан итте. Әйткәндәй, уның исеме «Айбар» «тыуып килгән көс» тигәнде аңлата. Был юҡҡа түгел. Халҡыбыҙҙың тарҡалып, ғәмһеҙлеккә сумған мәлдәренең береһендә үҙ телен, илен яҡларлыҡ бындай көстөң тыуыуы бик мөһим.«Был уй бит юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Башҡорт халҡының бергә тупланыр, аралашыр, фекер алышыр, күңел асыр урыны булмауы – күптән борсоған мәсьәлә. 2002 йылда «Айбар» башҡорт клубы ойошторолғайны ла инде. Ул ике йыл дауамында уңышлы ғына эшләп килде, күп кенә башҡорт ғаиләһенең нигеҙе шунда һалынды. Аҙаҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында ул ябылып ҡуйҙы. Ә бөгөнгө «Айбар» күпкә юғарыраҡ кимәлдә ойошторола. Конгресс-холда ошондай беренсе башҡорт дискотекаһын ойоштора алыу – үҙе үк ҙур бәхет. Хыялыбыҙ тормошҡа ашып килә, тип әйтергә була. Бөгөнгө дискотека – «Айбар»ҙы асыуҙың тәүге өлөшө. Икенсе аҙнаға икенсе өлөшө буласаҡ. Һәм шулай беҙ үҫеп, йәштәр менән бергә атлаясаҡбыҙ. Был дискотека бит бейеү майҙаны ғына түгел, ә тәрбиәүи йәһәттән дә ҙур әһәмиәткә эйә булыусы сара. Халыҡтың киләсәген ҡайғыртып эшләнгән. Тарихты, телде, мәҙәниәтте өйрәнеү, ғәмһеҙлекте һәм ялҡаулыҡты еңеүгә табан тәүге аҙымдарҙың береһе. Әлбиттә, «Айбар»ҙы асыу буйынса бәхәстәр ҙә күп булды, төрлө фекерҙәр әйтелде. Финанс яғынан үҙен аҡлай алырмы, нимәләр эшләһәң, отошлораҡ буласаҡ?«Пландар күп. Әммә бөтә нәмә ойоштороусыларҙан ғына түгел, ә йәштәрҙең әүҙемлегенән дә тора. Әйткәндәй, «Айбар»ҙы йәштәр клубы ғына тип тә атап булмай. Алла бойорһа, беҙ уны башҡорт ижади-мәҙәни үҙәге итеп ебәрергә ниәтләйбеҙ. Фекер алышыу, ижад, шиғриәт кисәләре уҙғарыу, өлкән быуын вәкилдәре менән «түңәрәк өҫтәл»гә йыйылышып кәңәшләшеү, улар өсөн, мәҫәлән, киске сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем ретро йыр кисәләре ойоштороу фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булыр ине, тип уйлайбыҙ. Тағы ла, мәҫәлән, дискотека барған ерҙә туҡталып, 10 – 15 минутлыҡ шиғри тәнәфестәр ойошторһаҡ, ә? Башҡорт моңдарын, башҡорт теленең яғымлылығын, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, күңеленә һеңдерә барыр ине йәштәр. Иң мөһиме, йоҡлап ҡына ятмаһындар, донъяға ҡарата битараф булмаһындар, әүҙемлек күрһәтһендәр ине», – тип, клубты һәм бөгөнгө байрамды ойоштороусыларҙың береһе, «Айбар» башҡорт ижади йәштәр ассоциацияһы етәксеһе Алмас Ғафаров (һүрәттә) үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште.Тәүге генә көнө булыуға ҡарамаҫтан, «Айбар»ға 300-ләп кеше йыйылғайны. Кис буйына башҡорт көйҙәренә рәхәтләнеп тыпырланы, башҡорт эстрадаһы артистары йырҙарына заманса бейеүҙәр бейене, бейеүҙә өйрөлдө йәштәр. Күптән таныш башҡорт йырҙарына заманса аранжировкаларҙы, Фәнис Солтанғоловтың сығышын да айырыуса яратып ҡабул иттеләр. Уйындар, еңеүселәргә бүләктәр ҙә булды. Конгресс-холл, «Айбар» башҡорт ижади йәштәре ассоциацияһы менән бер рәттән, «Йәшлек» гәзите лә ойоштороусылар араһында ине. Викторина һорауҙарында еңеп сығыусы Гүзәлиә Ҡазыеваға билдәле йәштәр баҫмаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ бүләген тапшырҙы. – «Айбар»ҙа миңә бик оҡшаны. Кешеләр булмаҫ, тип икеләнеп кенә килгәйнем. Икеләнеүҙәрем бушҡа булған. Баш ҡалабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында уҡыған йәштәштәрем менән дә танышырға насип булды. Популяр йырсы Фәнис Солтанғоловтың килеүе лә көтөлмәгән яңылыҡ ине. Ә уйында ҡатнашып, яратҡан гәзитем «Йәшлек»тең бүләген алыу тағы ла ҡыуаныслыраҡ. Башҡорт рухы менән һуғарылған дискотеканың ойоштороусыларына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Афарин! «Айбар»ға артабан да ҙур теләк менән йөрөйәсәкмен, – тип, ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.Бөтә йәштәр ҙә Гүзәлиәнең фекерен ҡеүәтләйҙер, минеңсә. «Айбар»ҙың маҡсаты изге, ул киләсәкте, йәштәрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта. Йәштәргә ошо тулҡынды тотоп алып, тормош тигән оло диңгеҙҙә үҙҙәренең берҙәм еңелмәҫ көс икәнен иҫбатларға ғына кәрәк.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 2) |
[23 октября 2009] | Просмотров: 274 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}