Новости | ||
2010 йылда Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Был сараға әҙерлек эштәрен башлап, башҡарма комитет советы ултырыш уҙғарҙы. Бөтә донъя башҡорттарының өсөнсө ҡоролтайына йыйылыу йәйгә тәғәйенләнгән. Ошо ваҡиғаға әҙерлек уны үткәреү концепцияһы, саралар планы проекттарын ҡарауҙан башланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, проекттар менән таныштырып, әһәмиәтле сараға әҙерлектең ҙур яуаплылыҡ талап итеүен белдерҙе. Йыйын алдынан урындарҙа ҡоролтай ултырыштарын үткәреү күҙаллана. Унда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға, милли мәғарифҡа арналған мәсьәләләрҙе ҡарау, форумға делегаттар һайлау көн тәртибенә ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты киңәйтелгән күсмә ултырыштар ҙа уҙғарасаҡ. Шулай уҡ бөгөнгө йәшәйеш, киләсәк хаҡындағы «түңәрәк өҫтәл»дәр, конференциялар ҙа оло йыйында хәл итәһе мәсьәләләргә нигеҙ буласаҡ. Дөйөм алғанда, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы пленар өлөштән, секциялар ултырышынан һәм тағы ла бер мөһим тарихи ваҡиғанан торасаҡ, тип күҙаллай башҡарма комитет советы ағзалары. Әйткәндәй, план проектында күрһәтелеүенсә, секциялар эше мәктәптәр торошо, халыҡтың бөгөнгө хәле, йәш милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше, демография кеүек мөһим темаларҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостандан ситтә көн итеүсе башҡорттар яҙмышы ла төп темаларҙың береһе буласаҡ.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 ноября 2009] | Просмотров: 191 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}