72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнгән филармония йылдан-йыл камиллаша бара. Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл филармонияла уҙған концерт программаларының географияһы киңәйә, жанр төрлөлөгө артта бара. Быйыл да миҙгел төрлө йүнәлештәге концерттар, ҙур проекттар менән байытылыуы, билдәле музыканттарҙы саҡырылыуы менән мөһим һәм абруйлы булмаҡсы. 5 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Илһам артынан сәйәхәт» юморға ҡоролған концерт программаһы менән үҙенең ишектәрен аса (режиссеры Илшат Фәхертдинов). 72-се ижад миҙгеле ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле концерттарға, тамашаларға бай булмаҡсы. Әйтергә кәрәк, октябрь айында ғына репертуар төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән тулыландырылған. Ҡурай байрамы, сәхнә ветерандары менән тамашасының бер залда осрашыуы менән бер рәттән, Италия, Франция, Израиль илдәренән килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары ла көтөлә. 17 октябрь ижад миҙгелен дауам итеп «Көҙгө йыр» романс кисәһе, 19 октябрь көндө Эльвира Хәйрутдинованың орган кисәһе була.
Миҙгел асыу тантанаһының эстәлегенә килгәндә, программаның нигеҙендә юморға ҡоролған программа әҙерләнгән. Артистарыбыҙ йәйге ялдарында кем ҡайҙа булып, ниндәй хәлдәргә, мажараларға тарығандар икәндәрен һөйләрҙәр, концерт барышында төрлө жанрҙағы йырҙар яңғыраясаҡ. Был концерт программаһы өсөн махсус ҙур әҙерлек бара: яңы йырҙар, яңы әҫәрҙәр өйрәнелә. Тамаша йыр-моңға бай буласаҡ, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы үтәсәк. Күркәм тамашала һеҙҙең өсөн Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Биктимерова, Вәхит Хызыров, Римма Амангильдина, Азамат Тимеров, Искәндәр Ғәзизов, Марсель Ҡотоев, Сәйҙә Ильясова, Заһир Иҫәнсурин йырҙары менән концертҡа йәм оҫтәр. “Илһам артынан сәйәхәт” тамашаһында филармонияның профессиональ һәм талантлы артистары Рафаэль Сәғитов һәм Юлиә Чигвинцева, Әлиә Нурғәлиева, Урал Мортазин бейеү сәнғәтенең бөтә нескәлеген, гүзәллеген, камиллығын асып бирер.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендә Дәүләт академия хор капеллаһы, Олег Ҡасымов етәкселегендә Эстрада-джаз оркестрының сығыштары программаны тағы ла баҙыҡландырып ебәрәсәк. Шулай уҡ, «Ҡарауанһарай», «Далан» төркөмдәренең ҡатнашыуы концерттың юғары кимәлдә үтәсәгенә дәлил булып тора.
5 октябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыр-моң кисәһенә, гүзәллек байрамына рәхим итегеҙ!