Новости | ||
«Салауат» гәзитенең 13.Х1.13 һәм 15.01.14. һандарында Рәшит тигән кешенең ирекһеҙҙән урамда бомж булып йөрөүе тураһында мәҡәлҙәр баҫылған ине. Ун өсөнсе йылдың яҙында инсульт суғып,больниста ятып сыҡҡас та,яратҡанын эсереп,уны ышандырырлык сәбәптәрен һөйләп, мин һиңә фатир алып бирәм ,тип алдаштырып , хатыны Рәйлә квартирҙан баш тартыу һәм иҫәптән төшөү тураһында документтарға ҡул ҡуйдырғас та, ике таяҡ таянып йөрөгән ауырыу көйө уны урамға ҡыуып сығарған ине. Инвалидность комиссияһенә алып барырға тигән справкаларҙы, трудовой книжкаһын һәм башҡа документтарын, поликлиникалағы мед.карточкаһын да юҡҡа сығарған ине. “Без бумажки-я букашка” тигән һүҙ дөрөҫ бит инде.Инвалид статусы алып өлгөрһә, ауырыуҙы закон буйынса кыуып сығарып булмаҫ ине… Тағын яҙыуымҙың сәбәбе шул; бына быйыл октябрь айында мәрхәмәтле кешеләр һәм мәхсүс оргнизацияләр ярҙамындә Рәшитте инвалидтар йортона урынлаштырырға насып булды. Ҡалала үҙе теләгән шундай бар нәмәнән мәхрүм ителгән әҙәмҙәргә йәрдәм итеусе учреждениеләр бар икән,тик берәй туғанының йәки танышының эште этәреүе кәрәк. Уткән ҡыш Рәшит урамда туңып йығылып, больниска-сестринский уход отделениеһенә эләккән ине. Бында эшләгән мэрхэмэтле,изге күңелле ст.медсестра Вера Кочкурова һәм шул больниста эшлэгән социальная работница Регина Антонова Рәшитте «кеше» итер өсөн күп көс түктеләр. Рәшитте больниста алты ай буйы тоттолар, шул арала паспортын Уфа аша яңанан эшләнеләр, архивтан трудовая книжкаһының копияһын алдылар, инвалидность оформлять итәргә бөтә врачтарҙға күрһәтеп, справка йыйҙылар да икенсе группа инвалидность статусы биреп, эшен бетереп ҡуйдылар. Уларға Аллаһтың рәхмәттәре төшһен. Йәл, ошо отделениене декабрьдә ябалар.Рәшит ғумере буйы стройкада (ауырыу бәләһе килгәнсе) эйбәт эшләгән булып сыҡты.хатта маҡтау ҡағыҙҙары ла бар, зарплатаһы ла яхшы булған, шуға күрә лә пенсияһы әйбәт сыҡты.Инвалидтар йортона урынлаштырыр өсөн уҙ апайы артынан йөрөп, итеп тапшырҙы. Был эште ай ярым эсендә бер ниндәй волокита яҫамай Асия Маратовна Жерякова тигән Аллаһ бәндәһе (зав.отделением срочного социального обеспечения ГБО КЦОН, Пушкина 42) ойошторып бирҙе. Асия Маратовна әйтеуенсә,ай һайын кварталдарҙа, урамдарҙа өйһеҙ йөрегән бомждарҙы йыйабыҙ, ти, гариза яҙыуҙары ғына кәрәк, унан реабилитациялау юлын ҡарайбыҙ , ти. Ләкин ҡай берәүҙәр ғаризадан баш тарталар, шундай тормошка өйрәнеп китәләр, ти. Шуға күрәлер дә инде хәҙер урамдарҙа бомждар әҙ күренә.Рәшит , бик матур яңаса йыһазландырылған йортта йәшәһә лә Салауатты һағына, уға шалтыратһаң, беҙҙекеләр күренәме, тип һәрбереһен айырып һорай. Әле уның башы томанлы. Больниста саҡта (сестралар һөйләне) бернисәрәт коридорҙа башы әйләнеп йығылған. Әле ятҡан урында уход әйбәт, шуға күрә мин уның аңы дөрөҫләнер (просветление),терелер ,һәм үҙенә яр табып, яңанан матурлап йәшәй башлар тип өмет итәм. Уға барыһы 53 йәш кенә бит.Бына шулай яҙмыш. Иртәгә һинең менән ни булырын белеп булмай.Киләһе яңа йылдарҙа мәрхәмәтлерәк булһаҡ ине, материал файда яғын өҫтен ҡуйып, кешелектәребеҙҙе юғалтмаһаҡ ине,бер беребеҙгә иғтибарлы, ярдамсыл булһаҡ ине. «Дөнья кулиса,әйләндереп китереп бер баса” тидәр ине ололар. Шуны онотмайыҡ.
Зәйтуна Кусяпова,декабрь 2014.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 апреля 2015] | Просмотров: 342 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}