Новости » Политика | ||
Бөрйән районы муниципаль район советының 21 июндәге ҡарарына ярашлы, район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Динир Әхмәтйәнов тәғәйенләнде.Динир Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.Хеҙмәт юлын 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай. Артабан төрлө йылдарҙа яуаплы вазифалар башҡара. 1995 – 2008 йылдарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, унан һуң Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе була. Бөрйән районы хакимиәте вазифаһында ваҡытлыса май айынан алып эшләгән.
|
||
| Напечатать | Комментарии (5) | ||
[27 июня 2011] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}