Үткән йылдар моңо 5(поэма) |
Новости » Литература | |
4Йәлләйем мин, уҡыусым, шул (о)сорғатура килгән геройҙарымды…Кемгә генә серем сисәйем,ҡайҙа илтәйем моңдарымды?..Уфтанырға, иларға әҙерменбәхетһеҙлегенән уларҙың,юлдарына таш һалған бәндәнеонтап ташларҙай ҙа буламын,йомарлайым йоҙроғомдо, ләкинҡулым ҡыҫҡа — кире аламын…Яҡты көндө күрмәй геройҙарымярты юлда һәләк булһалар,шелтәләмә һин мине, уҡыусым,төшөнкөлөктә ғәйепләмә:Хоҙай түгел бит мин, тик булғандыТасуирлаған тасуирсы ғына…Түҙҙем оҙаҡ бикләп хәтеремәилкәйемдә күптән уйналғанфажиғаның утлы сатҡыларын…Һүрелмәне улар… Инде иһәмшаулы урмандарға, йә йөрөһәмҺаҡмар буйлап солоҡ кәмәлә,серләшеүе төнгө япраҡтарҙың,супылдауы һыуҙа балыҡтарҙыңҡыуандырһа мине, иҫертһә лә,аһ! — һыҙлауҙан йөрәгем тынманы,сыңлы серен онота алманы…Күҙҙәремдә шатлыҡ янар булһа,һүндерелде әсе йәш менән;ирендәрем йылмайырға итһә,ҡыҫылдылар һулығып үкһеүҙән…Меҫкен башҡайымды кем иңенәтерәргә белмәҫтән йөрөнөм.Күҙ йәшемде һөртөргә ҡулъяулыҡ,уҡыусым, һин, бәлки, бирерһең?..Яҫтығынан ҡалҡынып Сәлимәтышҡа сығып йөрөй башланы…Киң асылып күҙҙәре, һөйөнөпбайҡанылар йәмле донъяны.Һаҡмар ырмап тартылған туғайҙыңҡусҡыллығы ҡойона инеКөндөң нурҙарына, өйрәк һымаҡ…Тирәктәрҙең еңелсә хис-шауыкөйәҫ елгә һеңеп килә ине,ҡаға ине шул саҡ йөрәк тулап…Тәбиғәттең тигеҙ тын алышымәңгелеккә саҡырҙы ҡыҙҙы,күңелкәйен иләҫләндерҙеүләндәрҙең ҡыштырҙашыуы.Бер хәсрәттән генә тормай донъя,шатлығы ла бар уның, тиеп,һин дә, бәлки, теләккәйҙәреңәирешерһең бер заман, тиепсутылданы һандуғас ботаҡтан —әрәмәләр ҡуйы һырт яҡтан…Хәйерниса дуҫына эйәрепСәлимәбеҙ сәхрә ҡыҙырҙыһәр ауаздан йотоп йән шифаһын,туйыналмай тыңлап был йырҙы.Һаҡмар буйҙарына төштө улар —киртләс-киртләс ташлы һыуалғысҡа,бала саҡта кер йыуып уйнағануйпат ҡаяларҙы ҡараныларһәм эйелеп биттәрен йыуҙыларгәлсәр һыуҙы һоҫоп ус менән… Сәлимә:Һа-а-ай,донъя йәмле ҡайһылай!Көн-апайым йылмайып-көлә,әйтерһең дә, тик миңә генә! Хәйерниса:Ҡояш көлөп-йылмая беләгөнаһлыға ла, изгегә лә… Сәлимә:Әхирәтем, күрсе, сәскәләрниндәй матурҙар һәм нескәләр!Күбәләктәр иһә сүгәләпһәр сәскәнең битен үбәләр.Зәңгәр һауаланып осһалар —осҡор сәскә һымаҡ бит улар!Кешеләргә йәм өҫтәр өсөналған микән улар гөл төҫөн?.. Хәйерниса:Дошманына күренмәҫ өсөналған улар сағыу гөл төҫөн… Сәлимә:Хәтфә балаҫ һымаҡ үләндәр… Хәйерниса:Ҡоролоҡтан улар көйгәндәр… Сәлимә:…әүәлгеләй, Һаҡмар тын аға… Хәйерниса:Ә йәш, әүәлгеләй, ныҡ аға… Сәлимә:Ҡуйсы, дуҫым, үртле һүҙ менәнағыулама ҡыҫҡа көн йәмен,унһыҙ ҙа бит ҡайғы-хәсрәттәриңләй йәшәүебеҙ күләмен.Бер юғалып, бер табылғандаоҡшай күңел сабый балаға.“Тәтәй” уға кәсә ярсығы…Ябай һыу — шәрбәт һыуһағанға…Бәхетлемен һәм иҫерекменйәшәү шатлығы кисереп мин,айығыу тик ҡурҡыныс үтә:ни ҡылырмын, сабырлыҡ бөтһә?Ҡалай күтәрермен яҙмыштыңйәлләмәйсә һуғып-ҡағышын,йә хәйләкәр, йә ҡомһоҙ өйөрбожоралап уратһа гел бер?..Ниңә тыуҙым, үҫтем кем өсөн?Йөрөй ситтә хәләл өлөшөм…Илай күңел таңҡай атҡанда,илай күңел кисен ятҡанда,яҡты Күгем — дөм-ҡара юрған,барыр юлым — таралмаҫ томан…Күк ҡараһын нурҡай киҫһәсе,томанға салт елкәй иҫһәсе,күрер инем көнөм сыуағын —ҡаралыҡты ҡыуған көн ағын!Ә кем белә! — ҡыштан һуң, көлөпумырзая асылған кеүек,ташлар инем һелкеп ҡайғымды,хәсерәткәйемде-моңомдо… Икеһе бергә йырлай:Мин — бәхетһеҙ ҡыҙ бала,ниңә тыуҙым донъяға?Күкрәгемдә ут яна,күҙҙәремдән йәш аға.Абау Аллам, ҡар һыуҙары,йөрәгем ярһыуҙары!Йөрәгемдең ярһыуҙарынбаҫһасы ҡар һыуҙары!..Һаҡмар буйы таллы-таллы,таллы ла ҡарамалы.Күңелкәйем ниңә йәштәнбүтәнгә ҡараманы?..“Әү” тип ауаз бирермен,яндарыңа килермен.Хат яҙ, дуҫҡайым, яҙмаһаң —һағыныуҙан үлермен…Сәлимәгә туған ине бикһыуалғыста ябай бер мөйөш.Беренсе ҡат татыны ул шундамөхәббәттең иҫерткес һутынһәм һүҙ бирҙе мәңге-мәңгелеккәонотмаҫҡа һәм ташлашмаҫҡа…Уғ ҡалһа, керһеҙ йәш йөрәгеалды яҡын һөйөү нәҙерен.Хәтеренең ебенә сиселмәҫтөйөн ҡуйҙы бәйләп — исеменмәңгелеккә тигән йәренең.(Хоҙай шаһит тоғролоғона,сафлығына, түҙемлегенә…)Ҡайҙа, ҡайҙа йөрөй икән ул,Һаҡмар ташына һәм саф ҡыҙҙыңкүңеленә уйылған егет?..Таңғы елдәргә йәнен егеп,иҫләй микән ҡайнар ҡосоуҙарын,утлы-ләззәтле пак үбеүҙәрен,һаҡлай микән, нәҙер балдағылай,күҙ алдында уның төҫмөрөн?..Хат, йә сәләм ебәрһәсе берәй,өнһөҙлөктөң ярып ҡараһын —ҡыйыуҙарҙы һыйҙырған ҡарурманбирер ине төйәк ҡыҙға ла, —тормош тигән ағын йылғалаҡаты һынығын һәм хәсрәтенуртаҡлашыр ине йәренең…Килмәне тик көткән хәбәркәйе,асылманы сере урмандың.ошо көҙөк көндәрҙә төшөнкөкүңеленә һис кем һалманыөмөт орлоҡтарын… Шыйыҡ талдай
ул һығыла, баҫыла барҙы…
Страница 1 из 2 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[9 июля 2012] | Просмотров: 8718 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Үткән йылдар моңо 5(поэма) HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4058-1198tk1241n-yyldar-mo1187o-5poema.html]Үткән йылдар моңо 5(поэма)[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4058-1198tk1241n-yyldar-mo1187o-5poema.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}