Рауиль Бикбай. «Көндәлектәр — 2″(өҙөк) |
Новости » Слово автору | |
27.03.2002. Шаршамбы.
*19-да Учалынан ҡайттым, 21-дә Бәләбәйгә «Илһам шишмәләре»нә киттек. Ҡайтыр көндө Учалыла башҡорт гимназияһында булдыҡ, Шәүрә Әхмәҙиева үҙе килеп саҡырғас, баш тартыуы уңайһыҙ булды. Телевидениеға интервью матур ғына килеп сыҡҡан һымаҡ. Бәләбәйгә 15-тән артыҡ шағир барҙы: А. Филиппов, И. Кинйәбулатов, С. Әлибаев, Б. Ноғоманов, Х. Назар, Риф Тойғон, Ю. Анд-рианов, Д. Булгакова, Ф. Ғөбәйҙуллина, Т. Ҡарамышева, Р. Сурағол, Ф. Хәсәнов, Ә. Әфтәхетдинов, Х. Юлдашев… Бәләбәйҙән Камил Фазлый. Йәш шағирҙар, артистар – ике автобус халыҡ. Барғанда Дәүләкәнгә етмәҫ борон беҙҙең «Волга» ватылды. Ярай әле автобусҡа ултырып киттек. Ундағы милиция машинаһы менән ремонт мәсьә-ләһен еңел хәл иттеләр.Фестиваль бик юғары кимәлдә үтте. Риф Ғәзизов был эште ойоштороуға ихлас күңелдән бик ныҡ көс һала. Ундан ашыу урында осрашыуҙар, асыу тантанаһы, һуңғы гала-концерттағы хәтәр финал, йәшәү шарттары, сувенир-бүләктәр, байрамға сығарылған китап – быларҙы эшләр өсөн матди нигеҙ ҙә, теләк тә кәрәк.Татарстандан Роберт Миңнуллин (лауреат иттек), Фоат Ғәли-муллин, Рәмзил Вәлиев (Бөтә донъя татар конгресы рәйесе урынбаҫары), Илфаҡ Ибраһимов (мәҙәниәт министры урынбаҫары, Мөхәмәт Мирза тигән шағир) килде. Сыуашстандан Валерий Турғай, халыҡ шағиры Юрий Семендер (быйылғы лауреат). Башҡортостандан лауреаттар Юрий Андриянов, Азат Әхмәт (Бәләбәй).*Кеше гел генә үҙенә, үҙенең күңеленә йыйып йәшәй алмай. Башҡалар менән бүлешеп өлгөрә алмай, бай уй-тәьҫораттарыңды тик үҙеңә туплау, критик массаның артып китеүенең шартлауға килтергәне һымаҡ, кеше зиһенен емерергә, имгәтергә мөмкин.Рәшит Назаров һымаҡ даһи шағирҙарҙың фажиғәһе шунда түгел микән? Ул донъяны сабый һәм үҫмер сағынан уҡ шул тиклем ныҡ тойоп, нескә кисереп, тәрән уйланып йәшәгәндер, улар шиғырға туҡтауһыҙ түгелһә лә, зиһененә, рухына һыйып етмәгәндер, ҡағыҙға төшөп өлгөрмәгәндер. Шул уй-тойғоларҙың ташҡыны, фекер һәм эмоциональ перегрузка, йәғни критик массаның артып китеүе аҡылдың шартлауына – шәхестең емерелеүенә, ҡот осҡос фажиғәгә килтермәнеме икән? Ҡайһы бер генийҙар бындай ҡыҫымдарға, сиктән тыш ауыр, көсөргәнешле һынауҙарға сыҙай, икенселәре уны күтәрә алмайынса, һәләкәткә дусар була.*«Тик бер Аллам ҡалды ерҙә – халҡым» тип яҙғайным бынан 35 йыл элек «Автобиография» шәлкеменә инештә. Хәҙер ысын Аллабыҙға ҡайтабыҙ, дингә нығыраҡ яҡынаябыҙ. Ләкин бөгөн дә күңелемдә шул инаныу ҡабатлана:Иманым – Башҡортостаным, Халҡым – инанғаным.Ил тип уйланғаным, Телем тип янғаным.*Февраль аҙағынан алып март аҙағына тиклем беҙҙең машинала 6 мең км юл үтелгән! Ғәҙәттә 2–3 меңдән артмай торғайны.*Рәми ағайға үлгәс тә тынғы юҡ. Өсөнсө томы күптәрҙең һыртын ҡабартҡан. К. Кинйәбулатова, М. Кәримов, Р. Сафин, Ә. Таһирова, Ғ. Хөсәйенов, Р. Шаммас, Ф. Чанышева, С. Ҡудашева күҙ йәштәрен түгеп президентҡа хат яҙған. Надя еңгәнең Рәми ағайға «теге донъяға» яҙған хатын был томға индереүгә мин дә ҡырҡа ҡаршы булдым, тыңламанылар. Был бит бер ниндәй принциптарға һыймай: шағирҙың томына ҡатынының хатын индереү, уның әҫәрҙәре менән бер рәттән. Бындай хәл донъяла булғаны юҡ. Әгәр академбаҫмалағы комментарийҙар өлөшөндә булһа – башҡа хәл. Ғөмүмән, ағайҙың томдарын сығарыуҙа ҡатыны баш-баштаҡлыҡ ҡылды, бер кем менән дә кәңәшләшмәне, шуға шиғырҙарында әллә күпме хаталар китте. Көндәлектәрен дә ентекләп ҡарарға ине. *Кисә Раил Байбулатов, Марс Әхмәтшин хөкүмәт больница-һында Мостай Кәрим янында булдыҡ. Учалыға китер алдынан ағайға инеп сыҡҡайным, операциянан һуң ауырыбыраҡ тора ине, янына врач та килеп ҡалғайны. Шунан һуң хәбәрҙар булманым. Баҡһаң, ағай 10 көн реанимацияла ятып сыҡҡан икән. Әле терапея бүлегендә. Хәле һәйбәтләнеп килә. Ярты сәғәт урамда йөрөнөк. «Яҙыусының әхлаҡ йөҙө» хаҡында идараның киңәйтелгән ултырышында принципиаль фекер алышыу үткәрергә һөйләштек. Тайфур-ҙарҙың оятһыҙлығына күпме түҙеп йәшәргә мөмкин?
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[1 апреля 2013] | Просмотров: 7203 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Рауиль Бикбай. «Көндәлектәр — 2″(өҙөк) HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4262-rauil-bikbay-k1257nd1241lekt1241r-2125711771257k.html]Рауиль Бикбай. «Көндәлектәр — 2″(өҙөк)[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4262-rauil-bikbay-k1257nd1241lekt1241r-2125711771257k.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}