Новости » Слово автору | ||
– Тыныс ҡарайым. Пушкин да, Блок та, Пастернак та hәм башҡа шағирҙар ҙа шиғырҙарын йыр тип атаған бит. Һәр шағир шиғырының йыр булып яңғырауын теләй. Үҙемде, иҫ киткес йырҙар яҙыусы, тип иҫәпләйем. Халыҡ яратып өлгөргән бөйөк йырҙарҙы ижад иттем. Мин шағир hәм миңә йәшәр өсөн килем кәрәк. Йыр текстары менән аҡса эшләйем. Блок ғүмере буйына йыр яҙырға теләгән, әммә уның килеп сыҡмаған. Пастернак та йыр яҙыу хаҡында хыялланған. Бөгөн уларҙың шиғырҙарына йыр яҙырға теләүселәр бар. Шағир Заболоцкий шулай уҡ ғүмере буйы ошо теләк менән янды. «Очарована, околдована» йырын яҙып ҡуйҙы инде, ярар. Пушкин да йырының яңғырауын теләгән. «Ҡара шәл» сиған романсын ул баштан уҡ йыр итеп ижад иткән була. Әммә бер композитор ҙа уға тотонмай. Әйткәндәй, Есениндың иң шәп йырҙары үҙе үлгәс ижад ителә. Әммә, нисек кенә булмаhын, заказ буйынса эшләhә лә, шағир үҙенең шағир икәнен оноторға тейеш түгел. Йыр тексы шиғырҙан ҡайтышыраҡ була алмай.– Ҡайhы йырың башта шиғыр итеп яҙылғайны?– «Дева-дева, девочка моя», «Как упоительны в России вечера» hәм башҡа бик күп йырым башта шиғыр булып йәшәне. «Как упоительны в России вечера» шиғырына 20 йыл үткәс көй яҙылды. Шунан икенсе өлөшөн яҙыуҙы hоранылар, яҙҙым. Күрәhегеҙ, бөгөн хит булып яңғырай. АҠШ-та, йә Францияла, йә йәлләткес Норвегияла йәшәhәм, ул йыр өсөн миңә миллион түләрҙәр ине.1992 йылда «Дева-дева, девчонка моя» йыры бөтә Рәсәйҙә яңғырай ине, ә бары тик 1995 йылда ғына миңә унан килем килә башланы. Беҙҙә авторлыҡ хоҡуҡтарыңды иҫбатлап, үҙеңде яҡлай башлаhаң, бюрократик ҡаршылыҡтарға осрайhың. Мин китаптарым, шиғырҙарым, йырҙарым менән нәшриәттәргә миллионлаған килем килтерҙем. Улар дөйөм аҡсаның 99 процентын үҙенә ала, миңә 1 процентын ғына түләй. Пират күсермәләр тураhында әйтеп тә тормайым. Ә бит заманында аслыҡта, юҡлыҡта йәшәгән саҡтар ҙа булды. Ижад кешеhенә hәр ваҡыттағыса үҙ-үҙен яҡларға тура килә. Халыҡ-ара әҙәби фонд рәйесе Иван Переверзинға, «Переделкино» ижад йорто директоры Степан Толмаковҡа сикhеҙ рәхмәтлемен! Улар миңә, шағирға, ихлас ярҙам күрhәтте.– Йырҙарыңды Лайма Вайкуле, Ирина Аллегрова, Николай Басков, София Ротару, Шуфутинский кеүек Рәсәйҙең күренекле йырсылары йырлай. Улар менән йыш осрашаhыңмы?– Йыш, тип әйтә алмайым. Әммә осрашып торабыҙ. Йыр кисәләрендә, байрамдарында бергә премия алған саҡтар булды. Булыр ҙа әле. Есениндыҡы кеүек, Пеленягрэның иң бөйөк йырын үҙе үлгәс яҙырҙар, моғайын (көлә)…– Тәнҡитселәр hиңә, ижадыңа ниндәй мөнәсәбәттә?– Хәҙер мин уларҙың мөнәсәбәтенән тыш та йәшәй алам. Ысын тәнҡитселәр хәҙер юҡ, шағирҙар ҙа бик hирәк. Белинскийҙан hуң әҙәбиәтте нескә аңлаған, тойған, уның хаҡында тәрән фекер йөрөткән тәнҡитсе бармы икән? Юҡ, минеңсә. Белинский әҙәбиәтте яратҡан! Күрәhең, тәнҡитсе hәләте лә кешегә тәбиғәттән бирелергә тейеш. Уны, ихлас тәнҡитсе, тип әйтеүселәр бар. Килешмәйем. Эш ихласлыҡта түгел. Әлбиттә, ул ихлас та булғандыр. Ул, иң беренсе, үҙ эшенең оҫтаhы булған. Әйткәндәй, иң йүнhеҙ шиғырҙар иң ихлас кешеләр, эскерhеҙ уҡыусылар тарафынан яҙыла.– Ҡатын-ҡыҙ шиғриәте менән ир-ат шиғриәтен айырып ҡарауға мөнәсәбәтең нисек?– Эйе, ул айырма бар. Һәр хәлдә мин тоям. Сөнки шиғыр яҙғанда ир-ат – Алланы, ә ҡатын-ҡыҙ ир-егетте күҙ уңында тота.– Килешәм дә, килешмәйем дә. Гел бер төрлө була алмай хыял да, ысынбарлыҡ та…
– Әммә, нимә генә тимә, рус әҙәбиәтендә Анна Ахматова, Марина Цветаева кеүек иҫ киткес hоҡланғыс шағирәләр бар. Улар иҫ китмәле ҙур ҡаhарманлыҡ күрhәткән, сөнки шиғриәт онотолоуҙы, үҙенә тәрән hөйөүҙе лә талап итә. Немецтар, ҡатын-ҡыҙға бала, аш-hыу бүлмәhе, сиркәү булhа, шул етә, тип иҫәпләгән. Әммә донъя мәшәҡәттәре араhында ижадҡа ла ваҡыт бүлеү – ул геройлыҡ. Әйткәндәй, Новосибирскиҙан Юлия Пивоварова тигән шағирә була торғайны. Унда шиғыр рухы бар ине. Әле иҫәнме икән, белмәйем…
Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 марта 2011] | Просмотров: 69 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}