Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Ҡырау һуғып китте беҙҙе… Ни көтәбеҙ? Ни кәрәк? — Һарғайған япраҡтар һымаҡ — Йәшәйбеҙ лә елпелдәп. Беҙҙән ниҙәр кәрәк һеҙгә? — Батырлыҡмы, саялыҡ? Беҙ түгел, ил ҡалған һеҙҙең Шыр таяҡҡа таянып! Беҙ — һеҙҙең емеш, беҙҙәрҙе Хет яҡлама, хет яҡла! — Бар халыҡтар кибеп ҡала Ҡырауҙар төшкән саҡта. Беҙҙә булаһы аҡылды, Булаһы егетлекте Һеҙ көрәшеп яулап алған Һалҡын ҡырауҙар өттө. Беҙҙең өсөн дә ҡысҡырғас, Ҡайҙа беҙгә яңғырау! Елдәр көтөп илкәй иңрәй — Ил өҫтөндә — туң ҡырау. Нисек кенә йылытырға Туң ҡаплаған күңелде? Нисек кенә терелтергә Ҡырау һуҡҡан был илде? Беҙҙең күңелдәрҙә бөгөн Бер һорауға мең һорау, Тамырҙарға ҡәҙәр төштө Иреүҙе белмәҫ ҡырау. Бәҫтәр булып ятты йәнгә Һеҙҙең һалҡын денегеҙ — Ҡалын томан аҫтарында Ғүмер иткән көнөбөҙ. …Ҡырау һуҡҡан емештәр беҙ Ватандың түтәлендә — Илкәй һаман һеҙҙең быуын Сисендергән хәлендә…
1987
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}