Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Йән аҫырау, тиҙәр… Тимәк, донъяла бар Аҫырамаға ҡалған йәндәр ҙә… — Аҫырамаға бала бирәм!- — Шул осорҙоң Татарын һуң нисек аңларға? Уйлап баҡһаң, нисек иҫән һуң беҙ?- Ғүмер ышаныслы. юҡ вайым!- Аҫырамаға ҡалған татар йәнен Аҫырамаға алды… Туҡайы! Әгәр беҙҙе Туҡай яҡламаһа, Таянырға ул да булмаһа, «Татар» һүҙе бер һүгенеү һүҙе Булып ҡала ине лә баһа! Яуға ул ҡалҡанһыҙ барып керҙе Һәм — ҡылысҡа ҡылыс һаман да — Бәхетһеҙ ҙә, тәхетһеҙ ҙә килеш Беҙ аҙашып ҡалған заманда. Утыҙға ла етә алмаған бер Үҫмерҙән гел доға көтәбеҙ. Ерҙе дер һелкеткән ҙур халыҡтың Үгәй улы түгел микән беҙ? Ғүмере — күҙ асып йомған ара… Яңғыҙ осҡан һанһыҙ бер мәләк! Юҡ, бындайҙар үлә алмай, үлмәй… Бындайҙар бит була гел һәләк! Һин нишләрһең, татар, үҙ-үҙеңде Юйып барған сәйер хәлдәрҙә: — Аҫырамаға халыҡ бирәмен!- тип, Туҡай рухы инһә әгәр ҙә?! Яҙмыш микән, әллә ҡарғыш микән Беҙҙең был татарға үс итә?- Туҡайҙарҙы нишләп үлем көтһөн?- Ундайҙарҙы һәләкәт көтә! …Ҡот алынып, өнһөҙ ҡалмабыҙмы Үҙебеҙҙе бер көн танып беҙ? Туҡай ҡәҙәр Туҡайҙы ла хатта Һәләк иткән сәйер халыҡ беҙ…
2003
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}