Новости » Литература | ||
Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был, Һуңғы балҡыуылыр күҙемдең? Ғәйепләмә минең сәйерлекте, Яҙға әйләнеүен көҙөмдөң. Шундай сағыу был көҙ, әкиәт көҙ, Әйтерһең, ул сабый һүрәте!.. Яна, яна мең-мең буяу менән, Алтын ялҡындарын көйрәтеп. Тиҙҙән, тиҙҙән уттай йәшеллектең Тороп ҡалыр бары ҡау-ҡыуы. Ләкин ниндәй мәғрур, тантаналы —
Әкиәттең ошо балҡыуы!..
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[1 апреля 2014] | Просмотров: 2486 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}