Новости » Литература | ||
(бәхетле ҡатындың бәхетһеҙ бер миҙгеле) Кемдер өсөн беҙ ни бары, Кемдер өсөн беҙ ни бары Осраҡлы пар, ҡунаҡтар…Иртәнге мәшәҡәттәрен бөтөп, ҡашығаяҡ тирәһендә булышып йөрөгән Гөлсөм радионан ағылған йырҙы ишетеп туҡтап ҡалды. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәштәр тығылды. Аһ… Тағы шул йыр. Күпме яфаланырға мөмкин? Нисек кенә оноторға?Гөлсөм бәхетле. Ире Хәмит уның өсөн өҙөлөп тора, эшендә лә абруй яулаған. Ике улдары һәм ҡыҙҙары мәктәптә тырышып ҡына уҡып йөрөйҙәр. Гөлсөм үҙе лә ауылда уңған хужабикә, аш-һыу оҫтаһы булараҡ билдәле. Өйө бөхтә итеп йыйыштырылған, гелән тәмле аштары әҙер була. Ул иренән, ә ире унан уңды. Эйе, ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете төштө Гөлсөмдөң өлөшөнә. Тик ниңә болоҡһой һуң ул? Нимә ҡыра уның күңелен? Күпме генә башынан сығарып ташларға теләһә лә, бер уй уны ҡалдырмай, ғүмер буйы эҙәрлекләй: бәхетле булырға хаҡы бармы һуң Гөлсөмдөң? Бөгөнгө көндәге рәхәт тормошона ул ҙур гонаһ аша килде. Кеше бәхетен урланы бит ул. Үҙ туғанының бәхетен. Кәрәк булдымы ул уға? Юҡ…Улар ғаиләлә ике генә бала үҫтеләр. Ике иркә ҡыҙ – Гөлсөм һәм һеңлеһе Гөлдәр. Ата-әсәһе уларҙы ҡаҡмай-һуҡмай, әммә тәртипле итеп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙар яҡшы уҡынылар, эшһөйәр, аҡыллы булдылар, ата-әсәһенең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Тик тормош гелән ыңғай ғына бармай икән шул.
Һәр кемде иләҫләндереп, аңын бутай торған мөхәббәт ҡыҙҙарҙы ла урап үтмәне. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Гөлсөм ауылға педиатр булып ҡайтты. Көҙ айҙарының береһендә ауылдарына урман хужалығы буйынса йәш белгес килде. Бер көн был егет кеше ҡулын яралағас, Гөлсөмгә мөрәжәғәт итте. Ҡыҙ тәүҙә егеткә бик үк әһәмиәт бирмәне. Уның артынан йүгереүсе егеттәр былай ҙа күп. Ә Гөлсөм уларҙы күрмәгәндәй әле һаман йөрөй бирә. Тик әлеге егеттең дә Гөлсөмгә иҫе китмәүе, һорауҙарына ла теләр-теләмәҫ кенә яуап биреүҙәре ҡыҙҙың сәменә тейҙе. «Ярай, һине лә килеп баш эйҙерергә мәжбүр итермен әле мин», — тип уйлап ҡуйҙы Гөлсөм. Һуңынан иптәш ҡыҙы аша егеттең исеме Илһам, күрше райондан килгән икәнен белеп ҡалды. Хәҙер инде ҡыҙ нисек тә булһа егетте үҙенә ҡаратыу теләге менән яна башланы. Юҡ, егет уның күңеленә ятмай ине. Гөлсөм бары тик Илһамды үҙенә ҡаратырға һәм, уны ташлап, мин-минлеген кәметергә теләй ине. Тәүҙә ул уға һөйөүен белдереп хат яҙҙы. Ләкин бушҡа, яуап килмәне.
Страница 1 из 2 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[4 июля 2014] | Просмотров: 2191 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}