Новости » Литература | ||
Салауат Юлаевтың исеме һәр беребеҙгә бик яҡын. Беҙҙең быуын, йәки яңы быуат башҡорттарын Салауат исеме менән «Ҡарауан һарай» эстрада төркөмө лә рухландырҙы. Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә Артур Туҡтағолов яҙған «Һай, Салауат» йырын кем генә белмәй икән. Салауаттың шәхесенә был йыр тағы ла ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Ә әҙәбиәткә, бигерәк тә шиғриәткә, килгәндә Салауаттың исеме рухландырмаған башҡорт яҙыусыһын, йә шағирын табыуы ҡыйын. Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Хәниф Кәрим, Хәким Ғиләжев, Ғәйнан Әмири, Абдулхаҡ Игебаев, Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Рәйес Түләк, Ҡол-Дәүләт, Риф Мифтахов; шағирәләрҙән Кәтибә Кинйәбулатова, Әнисә Таһирова, Тамара Ғәниева, Зәйнәп Биишева, Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Искәндәрова; прозаиктарҙан Булат Рафиҡов, Мирас Иҙелбаев.Әүәлерәк С. Юлаевҡа ҡағылышлы ҙур күләмле әҙәби әҫәрҙәр бик күп булмаған, тиһәк тә була. Драматургияның ғына өлөшө табышлыраҡ булды. Дауыт Юлтыйҙың 20-се йылдарҙа яҙған «Салауат менән Пугачев» пьесаһы, Баязит Бикбайҙың Ғалимов Сәләм менән бергә яҙған «Салауат» драмаһы башҡорт драматургияһында Салауат образына күпер һалып ебәрҙеләр. Был әҫәрҙәр Салауат образын бөтә тулылығында асып етмәйҙәр. Тәүгеһендә күберәк Салауаттың бәһлеүән һыны кәүҙәләндерелһә, һуңғыһында батырҙың героик булмышы менән бергә шағирлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ә Салауаттың кеше булараҡ, эске ҡаршылығы, хис-тойғолары, тормош, ғүмер тураһында уйланыуҙары менән танышыуҙан беҙ алыҫ инек.Мостай Кәримдең 70-се йылдар аҙағында ижад иткән «Салауат» трагедияһы, ниһайәт, Салауат образын бөтә тулылығында асып бирҙе. Трагедияла батырҙың романтик булмышы, сая рухы, милли ерлеге, идея-эстетик ҡараштары, индивидуаллеге Салауатты аңларға, ҡабул итергә ярҙам итә.Яҙыусының: «Башҡортто мәсхәрә иткән мин: уның тәккәбәрлеген, уның сая рухын аяҡ аҫтына һалып тапайым», – тигән тантаналы тауышынан беҙ милли батырыбыҙҙың күңел тормошон үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итәбеҙ. Тимәк, уның яҙмышы — халҡыбыҙ яҙмышы. Бөйөк шағирға, халыҡ батырына, юлбашсыһына башҡорттоң үҙ ҡүлы менән ҡамсы һуҡтырмаҡсы булалар. Ниндәй мәсхәрә! Туҡмалған шағир бер хурланһа, уны үҙ ҡулы менән туҡмаған халыҡ мең тапҡыр хурланасаҡ. Халыҡ үҙ батырын ошондай рухи үлемгә дусар итә буламы ни?! Берәү ҙә Салауатты туҡмамай. Уның урынына һәр кем үҙенә һуға.Әбей батшаға тоғролоҡҡа ант итергә, ҡылған эштәренә тәүбә итергә ҡушалар. Ләкин Салауат, ғүмере ғәзиз булһа ла, был бойороҡто ла ғорур рәүештә кире ҡаға. Физик яҡтан ҡол ителгән Салауат рухи яҡтан еңеүсе булып сыға. Тәүбә итеүҙең кәрәге юҡ. Ер менән күк, үлгәндәр менән тереләр алдында намыҫы таҙа уның. Салауаттың булмышы шулай булғандыр. Шуға ла ул һәләкәт юлын һайлағандыр. Әбей батша сығарған хөкөм ҡурҡытмай уны — ул бары тик кешелек алдында ғына яуаплы. Шундай баһадир егет итеп кәүҙәләндерелә Мостай Кәримдең Салауаты.
Заманалар үтер, Салауат образы тағы ла баҙыҡланыр, замансараҡ яңғырар, сағыуыраҡ балҡыр. Һәр заман йырсыһы был образға ҡабатланмаҫ бер биҙәк өҫтәр.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[23 ноября 2011] | Просмотров: 434 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}