После скандала, вышедшего за пределы гимназии директор Фазлетдинова попыталась наладить отношение с выпускниками » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Политика
1521784662_111-7553640Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатында 2018 йылдың 21 март көнө 16.00 сәғәттә “Рәми Ғарипов исемендәге 1 – се Башҡорт республика гимназия-интернатының үҫеш перспективаһы” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы вәкилдәре: министр урынбаҫарҙары А.А. Ғәниева, Г.Ғ Шаһиева, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы рәйесе Б.М. Ғөзәйеров, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, Тел һәм Әҙәбиәте институтынан профессор Ф.Ғ. Хисаметдинова, гимназия ветераны Ф.Ә. Бәхтейәрова, гимназия администрацияһы, уҡытыусылары, уҡыусылары, ата-әсәләр комитеты ағзалары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.Көн тәртибендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса перспектив план моделе, гимназия эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи мәсьәләләре һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1 – се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллыҡ юбилей сараларына әҙерлек кеүек һорауҙар ҡаралды.

Гимназияның яңы Уставын ҡабул итеү маҡсатында, ата-әсәләр, уҡыусылар, гимназия коллективы, “Беренсе” ассоциацияһы вәкилдәренән торған эшсе төркөм булдырыу һәм гимназия үҫешенә бәйле мөһим мәсьәләләр ҡаралған даими осрашыуҙар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эшсе төркөмгә ата-әсәләр, уҡыусылар, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы вәкилдәре, педагогтар инде. Гимназия директоры Л.Н. Фазлетдинова һәм “Беренсе” ассоциацияһы рәйесе Б. М. Ғөзәйеров рәйестәштәр итеп билдәләнде. Эшсе төркөм тарафынан әҙерләнгән документ проекты милли уҡыу йорттары Уставтары өсөн нигеҙ булараҡ тәҡдим ителеүе мөмкин.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[23 марта 2018] | Просмотров: 1222 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0