Ҡазан ҡалаһының 39-нсы кварталы янындағы һаҙлыҡтың төнгө бәхилләшеүе » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Эй Бөйөк Төн! һин — мәңгелек серҙәш! Серҙе көнгә һөйләү — яҙыҡ, ләкин яҙыҡ… Ғазабымды һиңә һөйләйем, Төнөм. Тыңла мине, аңла. Был мин — Һаҙлыҡ. Ишет: өндәшәмен талдарыма, Түңгәктәге тәгәрлеккә өндәшәм, Уйҙыҡ күлдәремә, ҡамыштарға Өндәшәм мин, Өндәшәм — бәхилләшәм. Таш пулаттар етмәй кешеләргә, Тығыҙ тупраҡ етмәй, Етмәй аҙыҡ — Мин китергә, мин кибергә тейеш, Юл бирергә тейеш, — Был мин — Һаҙлыҡ. — Бәхил булығыҙ! Бәхил булығыҙ һеҙ — мең тауышлы, Мин осошло шаулы һаҙ ҡоштары! Мин яраттым һеҙҙе был донъяға — Кемдәр яҙыр һеҙҙең яҙмыштарҙы? — Бәхил булығыҙ! Ниндәй елдәр һеҙҙе ҡайһы ерҙең Ҡайһы яҡтарына таратырҙар? Ҡайҙа булыр һеҙҙең йылы оя — Автострадала, сүлдә, кратерҙа? — Бәхил булығыҙ! Ишетерһегеҙме ерек ботаҡтарын Йыуа-йыу ямғыр һибәләүен, Йыуаларым! Ниндәй гөлгә ҡунып Тирбәлерһең һин, һаҙ күбәләге? — Бәхил булығыҙ! Болот булырға тип хыялланып Таңда уяныусы аҡ томаным! — Бәхил! Бәхил! — тәрәндәге һыуым, Ҡара һыуым минең — тере ҡаным! Эй Бөйөк Төн! Йөрәгемә ҡәҙәр Экскаваторҙар керә ҡаҙып. Мин юл бирәм ҡомға. Китәм. Кибәм. Бәхил бул, Төн. Йә, хуш. Был мин — Һаҙлыҡ… …Тыңланы Төн. Бейектәге йондоҙ Тетрәп серле төнгә өндәшә: — Әйтсе, Төнөм, әйтсе: нимә булды? Нимә булды? Ниңә ер бәхилләшә?!.

1976

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 419 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0