Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинҺағынам мин Йәркәйеңде,Йәркәйҙең Юғарыһын.Йәш саҡтағы ҡайнарлыҡтарҠайҙарҙа юғалды һуң?Ул саҡтағы дәртлелектәр,Ул саҡтағы шашҡанлыҡ! — Беребеҙгә беҙ беребеҙШул ҡәҙәрле ашҡындыҡ!Йәшлекме һуң йыраҡлашты,Үҙебеҙме ситләштек?Юҡтыр, ул саҡтағы хистәрЙәнебеҙҙән китмәҫлек.Йәшлек гел шундалыр кеүек -Йәркәй урамдарында.Иҫеңдәме, йөрөй инекЙәркәй бурандарында.Аҙашманыҡ, юғалманыҡ — Килеп еттек бөгөнгә.Беҙҙең йондоҙ әле һаманЯна Йәркәй күгендә…Һин йәш инең, гүзәл инең,Үҙәкте өҙә инең.Мин инде, ғашиҡ булғастын,Барыһына түҙә инем.Һин, әлбиттә, бер аҙ ғынаҠырағай болан инең.Һин ялындыртҡас һуң, мин дәЯлынған була инем…Миңә һөйөү алып киләКилгән һәр бер яңы таң.Һине бик ярата инем…Хәҙер нығыраҡ яратам.Һағынам йәшлегебеҙҙеОшо моңһоу көҙөмдә…Һинең төҫлө йәш һәм сибәр
Инем шул мин үҙем дә.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 224 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}