Шиналарҙан – асфальт » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
Рәсәйҙең ике бәләһенең береһен хәл итергә тырышыу өсөн яңынан-яңы йүнәлештәр эҙләп табып ҡына торалар. Өфөлә бер предприятие иҫке автомобиль шиналарын эшкәртеп, юға­ры сифатлы грануляттар етештерә башлаған. Был грануляттарҙы юлдарҙағы асфальттың сифатын яҡ­шыртыу өсөн файҙаланырға була. Әлеге предприятиела эшләүселәр әйтеүенсә, улар бер йылда 200 мең шинаны эшкәрткән, грануляттарҙы асфальттың сифатын яҡ­шыртыуға яраҡлаштырыу эше­нә былтыр август айында ғына тотонғандар.

Яңы технология буйынса баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә асфальт йәйелгән дә инде. Әлбиттә, эксперимент булараҡ. Шулай уҡ грануляттар­ҙы Учалы, Ар­хангел райондарында ла ҡулланғандар. Етештереү­селәр вә­ғәҙә итеүенсә, был матдәләр юлдың өҫтө төрлө һауа температураһына яраҡлашыуына булышлыҡ итәсәк. Әлегә шул билдәле: грануляттар һыуыҡҡа сыҙай, эҫе йәйҙе генә көтәһе ҡалды. Бәлки, ошо яңы ысул беҙҙең юлдарҙы сифатлы итер, кем белә?!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник — ye02.ru
Автор: Йәшлек гәзитенән

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[29 января 2016] | Просмотров: 258 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0