|
Новости » Культура |
Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, 72-се ижад миҙгелендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тоғро тамашасыһы өсөн күп премьералар һәм ҡыҙыҡлы концерт программаларын әҙерләгән. 23 октябрҙә филармонияның Ҙур залында үтәсәк юмористик тамашала башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһбалов, Айгиз Ғизатуллин, Эльмир Әбүбәкиров, Азат Биксурин, Заһир Иҫәнсурин һәм башҡа талантлы егеттәр онотолмаҫлыҡ шоу-программа бүләк итәсәк. Тамашаның сюжетына килгәндә, бер нисә дуҫ егет осрашып, донъя мәшәҡәттәренән, күберәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан ялҡып, бер көн генә уларһыҙ йәшәп ҡарарға була. Әммә юлдарында бер гүзәл зат күренеүе була, егеттәр уның иғтибарын нисек йәлип итергә тип «баштарын вата» башлай. Нимә менән тамамланыр был хәл? Был егеттәргә ниндәй тормошто үҙ итер икән?
23 октябрь филармонияның Ҙур залында үтәсәк иң ҡыҙыҡлы «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш…» тамашаһында көтөп ҡалабыҙ. Бик күңелле буласаҡ!
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[30 сентября 2010] | Просмотров: 171 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}