Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Беҙҙең өҫкә гүйә ниндәйҙер көс Ауыр, ҡара йондоҙ ҡабыҙҙы — Өйөр-өйөр ас бүреләр олой — Һәм һандуғас һайрай — яңғыҙы… Тәҡдирме был? Яуыз ихтыярмы? Беҙҙең утты кемдәр һүндерҙе? — Үҙ нәжесе менән уйнай Ватан. Барып еттек — Ватан тилерҙе. Үкһеүеме, әллә һайрауымы, Әллә инде йәнен йыуата — Ҡоторған ил һандуғасы һайрай Япа-яңғыҙ ғына Ҡыуаҡта. Ҡара ғәрәсәттәр ҡайнағанда Ниндәй зәғиф был өн, ниндәй саф! Йыһан үҙе емерелер һымаҡ Шул һандуғас тик бер яңылышһа… Тупландылар ҡырағай өйөрҙәргә Әҙәм балалары юлдарҙа. Шулай уңайлыраҡ — ботарларға, Шулай уңайлыраҡ — олорға. Күҙҙәр — ҡуҙҙай! Һырт йөндәре торған! Теште ҡысыттыра мең афәт — Портретың ошо, Яңы заман, Ошо, бәндәм, беҙҙең ҡиәфәт. Шул булырмы һуңғы һүрәтебеҙ Беҙҙең — һөйә белгән халыҡтың? Һин ҡайҙарҙан килдең, ҡара йондоҙ? Ниңә беҙҙең күктә ҡалҡтың? Ас өйөрҙәр туйып ял итерҙәр, Ырылдашып ерҙә йән ҡыйғас. Һәм шуларҙы ярлыҡауҙы һорап, Өҙгөләнер яңғыҙ һандуғас…
1992
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 47 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}