Хоҙай һулышы » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Инде ҡайтмаҫ йәшлек Йә яҡында, Йә алыҫта усаҡ ҡабыҙа. Яҡын-алыҫ айҡала ла ялҡын, Бәғерҙәрҙе өтә… Йән һыҙа! Шул баш бирмәҫ йылдар — ҡайнар йәшлек Уңды-һулды белмәҫ булғанға — Ҡағылғанмын былбыл ояһына Һәм баҫҡанмын ҡара йыланға… Дөрләй генә йәшлек, ут шикелле, Һүнмәҫ, ҡапмаҫ өсөн ҡабынған — Кисен шәфәҡтәрҙә усаҡ ҡабыҙ Кисәге таң офоҡтарынан!.. …Хоҙай һулыш өргәс йән кергән бит Беҙгә — һынға — үҙле балсыҡҡа! Бәлки, тағы һулыш өрөр Хоҙай? «Етте..» — тимә, йөрәк, ашыҡма! Ут йүгергән икән шул һулыштан Һулыҡ-һулыҡ типкән был ҡанға — Тимәк, һөйөү булып килеп индең Үҙең ғүмер иткән Ватанға! Билләһи, тим: ғүмер тигәнебеҙ, Йылдар менән һанап ҡараһаң, Мең афәтле йылдар түгел һис тә — Мөхәббәтле йылдар ҙа баһа! Сәстәремде елдәр тарағанда Уйҙарымды йылдар тараны — Йөрәгемде былбыл саҡты минең, Ҡара йылан миңә һайраны. …Ниңә тоташ ғашиҡ булам һаман? Алғыһатыр йылдар күп мәллә? Хоҙайҙың бер Ҡашҡа Тәкәһеме? Йәшәр ерем — Изге Күкме әллә? …Туймаҫ-төкәнмәҫ был ғишығым өсөн, Ни тейәрмен унда — аҙаҡта? Яратыуҙан ҡылған гонаһтарым Һаналмаҫмы икән сауапҡа? Уйнаҡлап ҡан, һәйбәт һөйләмдәрҙе Йәштән шиғыр итеп мин шаштым — Былар миңә сауап һаналмаҫ шул… Былар — минең бөтмәҫ гонаһым! Китмәҫ өсөн килде, ахыры, йәшлек… Тетрәп, донъя онотолғанда Ҡағылам гел былбыл ояһына, һәм… баҫам гел ҡара йыланға! Рәхмәт, донъя, Яҙмыштың һин миңә Тотош шиғырлыһын һайланың, — Йөрәгемде былбыл саҡты минең, Һәм өҙҙөрөп йылан һайраны!.. Упҡын төптәрендә гөлдәр үҫкән Ҡаяларҙы белеп һайланым… Мин былбылдан һеҙҙе саҡтырырмын, Тыңлатырмын йылан һайрауын.

1999

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 202 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0