Ҡатыным әрләй » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Рәшит ЗАҺИҘУЛЛИНҠатыным әрләй

(ике теллелек бәләһе)

Ҡатыным әрләй-әрләй ҙә,Һуңынан йәлләй башлай.Үҙебеҙсә әрләп бөткәс,Урыҫса әрләй башлай.ҠыҙғаныуҙанИҫтә тотоп мин ҡәйнәнеңКеҫәләре һайлығын,Юғалтыр, тип, үҙ кеҫәмәҺалып ҡуйҙым байлығын.Йыуа торғасҠырҡ ҡабатЙыуғандарЯңы бүреген Әйүп,Һуңғы ҡабатЙыуған саҡтаБүреге булған ғәйеп.“Әфәнде”Хәҙер “әфәнде” тиҙәрЭшһөймәҫ Әҙһәмде лә.Ҡоротҡос әҙәмдәр ҙәҺанала “әфәнде” гә.Ишетәһегеҙме?Бындай яуаплыБурыстарҺәр кемгә лә тәтемәй.Өйҙән-өйгәҠабаланыпАна йөрөй Тәтегәй.ҺөйөнөстәрТарата улБаш тығып ишектәрҙән:“ИшеттегеҙмеТүрәнеңЭте бит, – ти, – көсөкләгән!”хххЭләккәс ҡатындың мыжығы,

Ҡалманы донъяның ҡыҙығы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (2)
[20 апреля 2010] | Просмотров: 187 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0