Мәғлүм булыуынса, 24 – 26 февралдә Сибай ҡалаһында йәш прозаиктарҙың республика семинары үтте. Унда беҙҙең райондан «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Гөлдәр Әхмәҙишина ла ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған бындай ҙур сара хаҡында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Гөлдәр Ғәлиевна, семинарҙа кемдәрҙең ҡулъяҙмалары ҡаралды һәм уларға кемдәр баһа бирҙе?
– Сибайҙан Рәмилә Торомтаеваның, Рүзидә Үтәшеваның, Әбйәлил районынан Мәҙинә Йәғәфәрованың, Учалынан Әнисә Янбаеваның, Өфөнән Нияз Алсынбаевтың, Рәсүл Сәғитовтың, Гөлнара Мостафинаның һәм Баймаҡ районынан минең ҡулъяҙмалар тикшерелде. Беҙҙең ижад эштәре буйынса Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкселегендә бер төркөм әҙиптәр – Әмир Әминев, Таңсулпан Ғарипова, Ринат Камал, Сабир Шәрипов, Хәйҙәр Тапаҡов, тәнҡитсе Зәки Әлибаев фекер алышты. Һигеҙ йәш прозаиктың дүртәүһе сығышы менән Баймаҡ районынан булды.
Ни хәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым. Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.
Ағиҙелдән ағып киләСей ҡарағай таҡтаһы.«Йәшлек» алдырмағандарҙыңАғып тора маңҡаһы.* * * Һиңә тигән ҡулъяулығымСабата кеҫәhендә.Һуған турағанда илайым
Иҫемә төшәhең дә.