Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! | Новости » Слово автору |
ОранБаш ҡалалағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһы 20-се быуаттың 70-се йылдар башында башҡорт милли интеллигенцияһы һәм ата-әсәләр талапсанлығы арҡаһында асыла. Өфөләге ошо беренсе ҡала башҡорт мәктәбен асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан апайҙарҙың, ағайҙарҙың хәтерләүенсә уларға бик ҙур ҡаршылыҡтар үтергә тура килә. Урындағы, республикалағы хәкимиәт даирәләре яғынан ниндәй генә кәртәләр ҡуйылмай. Ләкин барыбер башҡорт йәмәғәтселеге үҙ маҡсатына ирешә. Башҡорт мәктәбе 1971 йылда эшләй башлай.Мәктәпте асыуҙа бик ҙур өлөштө «Аҡтамыр» үҙәген төҙөүсе Иҙел Миһран улы Агишев индерә. Гимназия әле элекке мәғариф министры Ф. Мостафина исемен йөрөтһә лә, ул ваҡытта 20-се һанлы мәктәпте халыҡ араһында Иҙел Агишев мәктәбе тип йөрөткәндәр.Хәҙерге ваҡытта был башҡорт гимназияһы 2006 йылда яңынан реконструкцияланды. Гимназияның инеү яғын заманса киңәйтеп, төҙөп ҡуйҙылар. Бөтөн яҡтан да башҡорт гимназияһына шарттар тыуҙырылған кеүек: мөһабәт бина, заманса ҡоролған кабинеттар, ашхана, спортзал, ташаша залы, ләкин барыбер уның эске тормошо йәмәғәтселекте борсоуға һала.Гимназия уҡыу-тәрбиә эштәренең дөрөҫ ҡуйылмауы һәм администрация әһелдәре тарафынан бала хоҡуҡтарының боҙолоуы тураһында «Аҡтамыр» үҙәгенең генә түгел, ҡала, республика һәм хатта Рәсәй власть органдарына яҙылған ялыуҙар иҫбатлай.Ул ялыуҙар буйынса ҡала, республика хакимиәттәре бер ниндәй сара күрмәне. Ә «Аҡтамыр» үҙәгенең тәҡдимдәре ғәҙәттәгесә һәр ваҡыт властар тарафынан инҡар ителә.Хоҡуҡи яҡтан ҡарағанда һәр мәғариф учрежденияһы етәксеһе вазифа бурыстары буйынса йәмәғәтселек алдында ла яуаплылыҡ тота. Ә 20-се башҡорт гимназияһын ысынбарлыҡта йәмәғәтселек асты.Гиназия директоры өҫтөнән 2007-2008 уҡыу йылында уҡ уның башбаштаҡлығы буйынса ялыуҙар ишетелә ине. «Аҡтамыр» үҙәге ул мәсьәлә буйынса директор менән һөйләшеп тә ҡараны. Уның һаман да 2006 йылда гимназияны реконструкциялаттырғанын иҫәпкә алып, «Аҡтамыр» үҙәге ялыу мәсьәләһен күтәрмәне. Әммә уға нисек тә булһа коллектив менән уртаҡ табырға кәңәш бирелде.Тик кәңәштең файҙаһы булманы. Шул уҡыу йылында уҡ бер рус теле уҡытыусыһына директор ҡул күтәрә. Уҡытыусы һуҡҡан тән йәрәхәтенә судмедэкспертиза алып, рәсми рәүештә ҡаланың Совет районы хәкимиәте башлығына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әммә хакимиәт башлығы бер ниндәй сара күрмәй. Директорға ҡул күтәргән өсөн яза бирелмәй. Ә һуңынан ошо уҡ 2008 йылда был уҡытыусыны директор аттестация үткәрттермәй һәм эштән китергә мәжбүр итә.Директорҙың ҡул күтәреүе буйынса ялыуҙар туҡтамай. 2011 йылдың апрелендә «Аҡтамыр» һәм Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы исеменә 20-се һанлы башҡорт гимназияһының 9А синыф уҡыусыларынан ялыу тапшырыла.17 уҡыусы ҡултамғаһын ҡуйған ялыуҙа директорҙың башбаштаҡлығы яҙылған. Был хәл 2011 йылдың ғинуар-февраль айҙарында һыҙма (черчение) дәресендә була. Дәрес ваҡытында малайҙар һөйләшеп ултырғанда, директор, дәрес уҡытыусыһы булараҡ, ҡапыл ҡыҙып китеп, улар янына бара ла, Шәрипов Фәнил исемле уҡыусының елкәһенән тотоп, ишек яғына һөйрәй. Ишек янына алып барып еткәс, уның маңлайы менән йән көскә ишекте бәреп аса һәм уҡыусыны коридорға алып сығып китә.Ишек ябыла һәм синыф тып-тын булып, коридорҙа нимә булғанын тыңлай. Бер аҙҙан ишек асыла һәм синыфҡа Фәнил килеп инә. Ул ныҡ ағарынған, дерелдәп торған була һәм уның муйынында ҡул эҙҙәре беленеп торғаны күренә.Синыфташынан береһе «Нимә булды?» — тип һорай, ул бер нисек тә яуап бирә алмай, ҡағыҙҙа ғына «Һөйләшә алмайым» — тип яҙа ла, илап ебәрә. Ә директор бер нәмә булмағандай, дәресте алып барыуын дауам итә. Дәрес тамамланғас Фәнил өйөнә ҡайтып китә.Һуңынан ул 3 ай буйы мәктәпкә килмәй. Ошо хәлдән һуң өйөндә Фәнил суицидҡа тиклем барып етә яҙа. Әсәһе улына икенсе мәктәпкә күсергә лә тәҡдим итеп ҡарай, ләкин улы уға «Ә ниңә, мин барыбер үләм» — тип яуаплай. Синыфташтары уға бер нисә ҡабат хәлен белергә килеп, мәктәпкә саҡыралар. Тик Фәнил шуһынны ҡурҡыуға һалынып, уҡырға барырға ашыҡмай.Бына ошондай йөкмәткеле ялыуҙы алғас «Аҡтамыр» үҙәге менән ҡоролтайҙың мәғариф буйынса комиссияһы ҡала менән республикалағы биш инстанцияға мәктәптәге хәлдең тикшереүен талап итеп, биш хат алып барып тапшырғайны.Яуапты «Аҡтамыр» үҙәге бер ай үткәс кенә, Өфө ҡалаһы Совет районы хәкимиәте башлығы С.А. Бәхтиәров исеменән алды. Яуапта 2011 йылдың 20 майында мәғариф бүлек начальнигы И.А. Зөлҡәрнәйев, методист Л.Х. Хакимова, ҡала мәғариф бүлек белгесе Д.Я. Ҡотошова составындағы комиссияның 20-се гимназияла булған хәлде тикшереү буйынса асыҡланған мәғлүмәттәр яҙылған.Комиссия ағзалары 9А сыныф етәксеһе Н.Ф. Кәбирова, директор урынбаҫарҙары Л.Г. Бикбаева, М.А. Мәҡсүтова, синыф уҡыусылары, Фәнилдең әсәһе менән әңгәмәләр үткәргән.Директор ысынлап та Фәнилдең елкәһенән тотоп, синыфтан сығара, ләкин ул уҡыусыға ҡул күтәрмәй. Ошо инциденттан һуң Фәнил йыш ҡалдыра башлай.Фәнилдең әсәһе балаһының тәнендә, йөҙөндә физик йәрәхәт эҙҙәренең һәм директорға ҡарата бер ниндәй претензия булмауын айырым аңлатмала белдергән.2011 йылдың 27 майҙағы хакимиәт башлығының 23 һанлы ҡарары менән ошо хәл өсөн 20-се гимназия директорына иҫкәртмә бирелгән. Бына ошондай яуап килде «Аҡтамыр» үҙәгенә.Барыһы ла дөрөҫ кеүек, тик ниңәлер был комиссия баланың башын ишеккә бәреп асыу тураһында бер ниндәй мәғлүмәт бирмәгән. Һуңынан ошо хәл үткәс, уҡыусы бит өс ай уҡырға килмәгән. Балалар һаман да бергә уҡығас,яҡшыраҡ белә инде. Ә комиссия яуабында был инциденттан һуң бала йыш дәрес ҡалдыра башлай тигән. Суицидҡа барып етә яҙыуы тураһында бер нәмә лә юҡ. Быны нисек аңларға?Был 20-се гимназиялағы хәл тураһында ҡалала ғына түгел, бөтөн республика хәкимиәтендәге структураларҙа мәғариф министрынан алып, президент Р.З. Хәмитовҡа тиклем билдәле булды. Мәғариф министры Ғаязов Ә.С. директорҙың ғариза яҙып китергә кәрәклеге тураһында фекерен белдерҙе.Бөтөн Өфө, республика хакимиәттәре алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн 20-се башҡорт гимназияһы администрацияһы был хәлде үҙ файҙаһы яғына бороу маҡсаты менән ҡәбәхәтлеккә лә барып етә.Улар ошо ялыуҙы яҙған дәрес ваҡытында үҙҙәренә саҡырып алғандар ҙа, һорау алыу ойошторғандар. Ниндәй генә баҫым яһамағандар улар балаларға.- Ни өсөн «Аҡтамыр» ойошмаһына яҙҙығыҙ? Һеҙҙе мәжбүр иттеләрме йәки күндерҙеләрме? «Аҡтамыр» мәктәпте бысратырға ғына торған ойошма ул һ.б. – Киренән район мәғариф бүлеге начальниге И.А. Зөлҡәрнәйев исеменә яңғыш яҙҙыҡ тип аңлатма яҙығыҙ! Бына ошондай һорауҙар биреп, балаларҙы дәрескә ебәрмәй, оҙаҡ кабинетта, уҡытыусылар бүлмәһендә тотҡандар. (Был һорау алыуҙың барышын уҡыусылар кеҫә телефонының аудиояҙмаһына яҙҙырып алғандар).Ул ғына ла түгел, 21 майҙа Йосопова Рәмилә исемле уҡыусыны хат яҙыуҙың ойоштороусыһы итеп күреп, физкультура дәресенән информатика кабинетына саҡырып индереп, йәмәғәт ойошмаһының сайтын күрһәтеүҙе талап иткәндәр. Бала бындай баҫымды күтәрә алмай саҡ илап ебәрмәй. Ярай был хәлгә бер сит тел уҡытыусыһы килеп ҡыҫыла.Ә һуңынан ишетеүебеҙсә уҡыу бүлеге мөдире Бикбаева Л.Г. үҙенең предметынан был ҡыҙға барыбер уҡыу йылы аҙағында “өс” билдәһе сығара.Бындай хәлгә тиклем барып етеүен күреп, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау ниәте менән 9А синыф уҡыусыларының ата-әсәләре директорға айырым хат менән мөрәжәғәт итә. Улар ул мөрәжәғәттә был килеп сыҡҡан инцидент буйынса дөйөм йыйылыш үткәреүҙе талап итә. Йыйылышта ата-әсәләрҙән тыш, уҡытыусыларҙың да, балаларҙың да булыуын һорайҙар. Йыйылыштың көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителә:1. Ниңә һыҙма дәресендәге ығы-зығынан һуң директор ҙа, синыф етәксеһе лә педагогик бурыстарға һәм этикаға яраҡлы ғәмәл күрмәй?2. Ниңә бер кем дә Шәриповтың яҙмышы, уның ғаиләһендәге хәле менән ҡыҙыҡһынмаған?3. Ниңә синыф етәксеһе бер тапҡыр ҙа Шәриповтарҙың ғаиләһенә барып сыҡмаған?4. Уҡытыусыларҙың балаларға тупаҫ шәфҡәтһеҙ мөнәсәбәттәре нимә менән нигеҙләнә?Хатҡа бер алты ата-әсә ҡул ҡуйған була. Тик директор ата-әсәләрҙең был үтенесен үтәмәй. Ҡаланың Совет район хакимиәте гимназия директорын нисек кенә итеп аҡларға тырышмаһын, әммә ундай осраҡтар бер тапҡыр ғына булмаған. Бына тағы бер Фәйзуллин Самат исемле уҡыусы һыҙма дәресендә булған хәлде яҙған. Ул дәрестә бер юлы ике эш эшләп ултырған булған. Бер ҡағыҙҙа ул шиғыр яҙған, ә икенсеһендә һыҙма дәресе буйынса эш эшләгән.Директор уның шулай итеп ултырғанын күргән дә, ябырылған ул ошо балаға. Ҡулдары менән был уҡыусыны ныҡ төртөп ебәргән һәм ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәгән ул.“Атайың килһә, уны ла туҡмайым, һинең дә кәрәгеңде бирәсәкмен һәм мин һәр ваҡыт хаҡлы булып ҡаласаҡмын! – тип белдергән.Күп уҡыусыларҙың һөйләүенсә, директорҙың бындай ғибрәт ҡыланыштары башҡа балалар менән дә булғылаған. Әммә уның өҫтөнән ниндәй генә ялыуҙар булмаһын, барыбер юғарыла яҡлаусылар барлығы арҡаһында ул һәр ваҡыт язаһыҙ ҡалған.Республика хакимиәте органдарынан рәсми яуаптар булмағас, ошо 20-се гимназия буйынса «Аҡтамыр» үҙәгенә Президент хакимиәтенә барырға тура килде. Унда ла Совет районы администрацияһының ҡарарын яҡлайҙар.2011 йылдың йәйендә Совет районы хәкимиәте башлығы С.А. Бәхтиәров 20-се башҡорт гимназия директоры И.А. Моталов менән тағы ла контракт төҙөгән. Нисә йылға икәне билдәһеҙ.Йә мәғәтселеккә бындай осраҡта ғәҙеллектең тантанаһын булдырыу өсөн судҡа ғына мөрәжәғәт итергә ҡалды. Был турала Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” законының 18-се статьяһының алтынсы пунктына һылтаныу зарур. Унда “Мәғариф учрежденияһында дисциплина уҡыусыларҙың, тәрбиәләнеүселәрҙең, педагогтарҙың кешелек дәрәжәһен ихтирам итеү нигеҙендә тотола. Уҡыусыларға, тәрбиәләнеүселәргә ҡарата физик һәм психик көсләү ысулдарын ҡулланыу тыйыла”. (Мәҡәлә документтарға нигеҙләнеп яҙылды, тик уҡыусы балаларҙың исемдәре үҙгәртелде) Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | 0 |
[1 марта 2012] | Просмотров: 257 Автор: admika | Оцени статью! |
Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/3882-bala-ho1185u1185taryn-ya1185layy1185.html]Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ![/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/3882-bala-ho1185u1185taryn-ya1185layy1185.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йешлек» гэзитенэн сайтынан янылыктар:
Загружается, подождите…
{allpages}