Новости » Слово автору | ||
Лариса Абдуллина***Ярамай, ярамай, ярамай,Тик…Нимә мөмкин һуң ул, улайһаБары ярағанды эшләгәндә,Туңып һүнер ине бар Йыһан.Күңел бит ул.Тыйып булмай китә күп ваҡыт.Ҡаты бәғер тигән бәндәнән дә Көтмәгәндә китә хис һарҡып.Бик аҡыллы булған мәлдәрҙә лә «Бик һағындым!» тиһә яңылыштан.Айырмағыҙ әле хистәренән,Айырмағыҙ әле һағыштан.Бары ярағанды эшләгәндә ,Бер үк булыр ине яҙмыштар.Был донъяла быуаттарҙан күскәнХәҡиҡәт бар, әсе яңылыш бар.Был донъяла боронғонан килгәнЯҡшылыҡ бар, ҡаты яуыҙлыҡ.Һыу ҙа ташмаҫ , ер тетрәмәҫ инеКейҙереп тә булһа ауыҙлыҡ.Йылғаһы ла һәүетемсә ағыр,Ер ҙә йәшәр ине үҙенсә.Тик бәндәнең ҡай бер ҡылыҡтарыБулмай китә никтер әҙәмсә.Бер ҡараһаң , күп тә кәрәк түгел,Юлда булғанда ла мең хата,«Миһырбанлы!» тигән бөйөк һүҙҙе
Әйтеп булһын уға ҡарата.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[15 марта 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}