Туйға теләк » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Литература » Песни
Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!Бергә булһын, яҡты булһын,Уртаҡ булһын уйығыҙ!Тик бәхеттән генә торһонҺеҙҙең барыр юлығыҙ!Ҡайғы — хәсрәт, көйөнөстөСиткә алып ҡуйығыҙ!Ҡушымта:Яныңда йәрең — ҡулдарҙа ҡулдар!Атай — әсәй, дуҫ — туғандарТабынға йыйылғандар!Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:Бирһен Хоҙай күрешергәБеҙгә алтын туйҙарҙа!Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш,Һомғол, зифа буйығыҙ!Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,Тик бәхетле булығыҙ!Татыулыҡта, именлектәҮтһен һәр бер көнөгөҙ!Пар ҡанатлы мөхәббәттеңҠәҙерҙәрен белегеҙ!Табышып ҡауышҡанһығыҙ,Һүрелмәһен тойғоғоҙ!Тормош юлын етәләшеп,Йәнәш кенә уҙығыҙ!Ел — буранда, ҡараңғылаБер — үк, һеҙ аҙашмағыҙ!Ярты юлда өҙөлмәһен

Мөхәббәтле йырығыҙ!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (3)
[7 февраля 2011] | Просмотров: 414 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0