Тимерсе тураһында баллада » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| Зөлфәт Яҙмышын да сүкеп яһаған ул, Һандалына һалған асыуын. Һандалында йәнсемәксе булған Бөлгөнлөктө, һуғыш-аслығын; — «Тимерҙең һин зәғиферәк ерен — Йөрәк тирәһен таба бел генә — Ҡыҙған саҡта киҙәнеп бер һуҡһаң, Тимер түгел черт та бөгөлә!» Дене лә шул тимер ине уның, Сүкеш тауышы булды доғаһы. Берлиндарға ҡәҙәр алып барҙы Ерән ҡашҡаһының дағаһын. …Ҡыҙған тимер кеүек йәшәне ул, Ҡыҙған килеш керҙе һуғышҡа, Ҡыҙған тимер һуҡты йөрәгенә, Ҡыҙған килеш ауҙы ҡамышҡа. — «Ә… һинме ни! — тине тимергә ул, — Һин… һуғырға… уйланыңмы ни? Врешь, брат! Күпме генә һуҡма, Ҡыҙған саҡта ирҙәр бөгөлмәй!» Бөктө тимер, ҡыҙған тимер бөктө! Тик бер миҙгел ҡалғас үлемгә Ҡыҙған тимергә ул әйтеп ҡуйҙы: — «Йоҡлап алайым әле мин бына… Ә унан һуң… ҡайнар килеш торһаң, Кескәй ҡаҙаҡ яһайым үҙеңдән…» …Ул белмәне һуңғы тамсы ҡаны
Аҡҡанын шул тимер эҙенән…
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [21 февраля 2011] | Просмотров: 143 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0