Колхоз йылылышы бара. Рәйес:– Иптәштәр! Беҙ тиҙҙән тағы ла яҡшыраҡ йәшәй башлаясаҡбыҙ, – ти.Залдан берәү:– Ә беҙ?* * *Ҡала урамында өй ҡыйығынан кирбес төшөп, үтеп барыусыны үлтерә. Халыҡ йыйыла. Бөтәhе лә зарлана, кемделер hүгә.– Хәҙер бит урамдан йөрөрлөк түгел, башҡа кирбес төшә, был ҡасан тамамланыр икән?Бер ир ерҙә ятҡан кешегә эйелеп ҡарай ҙа:– Йәмәғәт, был иптәш бик ҙур түрә, мин уны беләм, – ти.– Бына нисек күбәйҙе бит улар, хатта кирбес төшөрлөк тә урын ҡалманы, – ти ҙә халыҡ тарала башлай.* * *Элегерәк бер түрәнән һорайҙар:– Әйтегеҙсе, оҙаҡламай аҙыҡ-түлекте телефон аша ғына hорап аласаҡбыҙ тиҙәр, шул дөрөҫмө? – Дөрөҫ. Тик уларҙы телевизор аша ғына таратасаҡтар.* * *Бер сәй бешереү оҫтаhы үлем түшәгенә ята. Туған-тыумасаhы йыйыла. Улар: «Үҙеңдең сереңде ас инде, үлеп китhәң, үҙең менән алып китәсәкhең бит. Өйрәт беҙҙе, нисек итеп шулай тәмле сәй әҙерләйhең?» – тип үтенә.Теге көс-хәл менән башын күтәрә лә:– Сәйҙе мулыраҡ итеп, йәлләмәйенсә hалығыҙ, – ти ҙә күҙҙәрен йома.* * *Ике hуғыш ветераны оҙаҡ йылдарҙан hуң осраша. Береhе – йәйәү, икенсеhе – машинала. Йәйәүлеhе:– Һин машинала ғына елдерәhең, әй, – ти.– Эйе, тик hин көнләшмә. Һуғышта танкыла елдергәнеңдә мин hинән бер ҙә көнләшмәнем бит, – тигән теге.* * *Часть буйынса дежурҙа тороусы начальникҡа аңлатма бирә:– Минең дежур ваҡытында бер ниндәй ҙә хәл-ваҡиға булманы тиерлек. Тик бына этебеҙ генә үлде.– Ни өсөн?– Быҡтырылған ат ите ашап.– Ат ите ҡайҙан килгән?– Орликты аттыҡ.– Ниңә?– Яндырҙылар бит уны. Сөнки янғын сығып, штаб янды.– Бына ошонан башларға кәрәк ине, – тип асыулана начальник.– Һеҙҙең урынбаҫарығыҙға ошо хаҡта hөйләй генә башлағайным, ул йығылды ла үлде бит…* * *Колхоз йыйылышында агроном hүҙ ала:
– Иптәштәр! Ике йыл элек беҙ гектарына 20 центнер картуф ултыртҡайныҡ, ҡорт ашап бөттө. Былтыр 25 центнер ултырттыҡ, уны ла шул уҡ ҡәhәр hуҡҡыр ҡорт ашаны. Ә быйыл, иптәштәр, беҙ 50 центнер ултыртырға уйлап торабыҙ, әйҙә дөмөкhөн, хәшәрәттәр.
|