Донъяларҙың төп-үҙәге ҡайҙа? | История, Слово автору |
“Комсомольская правда”ның 22 — 29 ғинуар 2009 йыл һанында Светлана Кузина ханым миллионлаған уҡыусыларын шаҡ-ҡатырҙы: атом физикаһы ҡыҫаһындағы фәлсәфәүи фәндәр докторы В.А. Чудинов әфәндебеҙ боронғо урыҫ тарихы буйынса иҫ китмәле асыш яһаған. Асыштың асылы, журналист этикаһын һаҡлап, һорау билдәһе янында шаҡырайтылһа ла, уҡыусылар өсөн ул өндәүҙәй яңғыраны: “Первыми людьми на Земле были русские!” һәм: “Сенса-ционное открытие российских ученых: наши предки умели читать и писать еще 200 000 лет назад — задолго до всех прочих известных культур”. — Бәрәкалла! — Быуаттар буйы иңгә-иң терәшеп донъя көткән урыҫ туғандарҙың бөйөклөгөн данлаусы был ҡаҙанышҡа ҡыуаныр ғына инек, әгәр нигеҙе ныҡ булһа… Ғалим-феномен, бәндәләр яҙмышын йылдар аша төҫмөрләгән атаҡлы Ванга әбейҙән ныҡ айырмалы булараҡ, быуаттар һәм дәүерҙәр, емерек таш диуарҙар, тупраҡ ҡатламдары аҫтында күмелеп ҡалған урыҫ мәҙәниәте ынйыларын үтәнән-үтә күрә, күрмешенең асылын иһә, үҙенең докторлыҡ, профессорлыҡ, хатта академиклыҡ дәрәжәләре талаптарынан да өҫтөнөрәк ҡалҡынып, Библияға хас йөмләләй (телдән-телгә ауҙарыуҙа мәғәнә яҙлыҡмаһын өсөн, цитаталар үҙ телендә килеш күсерелә): “Вначале было слово. Русское слово… За двести тысяч лет до нашей эры… цивилизация на Земле началась с русского народа. Когда-то человечество было представлено одним народом, говорившим на одном языке. Этим народом были русские, а единым языком — русский”. Был йөмлә, бәлки, йоморобаш фәйләсүфтең юморы һымаҡ ҡабул ҡылыныр ине, ләкин, күрәһегеҙ, киң матбуғат сараларына бәреп керҙе, ойотҡоһон танылған юморист Михаил Задорновҡа тиклем дәррәү күтәреп алып, ил һәм ҡитғалар буйынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ тамашасыларын ойотоп йөрөй башланы: «Когда-то очень давно на севере теперешней России жил удивительный и очень древний народ. Там было тепло. А когда на их земли начал наползать ледник, нашим предкам пришлось сняться со своих северных насиженных мест и пойти за солнцем. Так они рассеялись — от слова «Рассея» — на множество племен, народов по всему теперешнему нашему материку от Индии до Европы… эти открытия могут помочь самоосознанию русскими своей истории. А для Запада важно, чтоб Россия считалась во всем мире «поздним произведением» истории с варварским, полудикарским населением и превратилась в экономическую колонию Запада…» Урыҫ ҡәрҙәштәр үҙҙәре үк әйтмешләй, бына ҡайҙа күмелгән эттең башы — ҡәһәр һуҡҡыр Көнбайышҡа бынан һуң мах бирмәҫкә, һис юғында “русское слово” менән булһа ла алдырырға!.. Миңә ҡалһа, профессор сайтындағы феномендарын быға тиклем дә ҡараштырып бара инем, өс йыл элек мәҡәлә лә яҙғайным. Дөрөҫ, уға барып етмәне, ләкин феномен усағына таяҡ тығып болғаусылар минән башҡа ла етерлек: Мәскәү коллегаларының уҡ бер килкеһе тәғлимәтен “от дремучего невежества до психической неполноценности” тип билдәләһә, икенселәре иһә үҙен, С. Кузина ханым күсереп яҙыуынса, “шарлатан, мракобес и националист” тип нарыҡлай. Тик быларҙың береһе лә хаҡлы түгелдер һымаҡ. Минеңсә, туған халҡын бөйөкләүҙе үҙенең йәшәү мәғәнәһе итеп алған, ләҡәбе иң ҙур хәреф менән яҙылыуға лайыҡлы Фиҙакәр Патриот ул, шул сифаты арҡаһында хатта бөрсә эҙҙәрен дә ике йөҙ мең йылдар аша күрерлек икһеҙ-сикһеҙ зирәклектәргә эйә. Тик иҫтә тотһон ине: донъялағы теләгән бер халыҡтың сал-боронғолоғон, хатта Ер шарындағы иң тәүге тере зат икәнлеген иҫбатлағанда ул халыҡ тыуҙырған төҙөк мифология, сал эпостар һәм донъя халыҡтары телдәренең, диндәренең тәүге шытымдарын үҙендә һандыҡлап һаҡлаусы бай тел хазинаһы иң мөһим тәүшарттарҙан һанала, ә быларҙың бөтәһе лә, шул иҫәптән ун мең йыллыҡ мамонт, мөгөҙморон, тарпан һүрәттәрен үҙендә һаҡлаған изге Шүлгәнташ мәмерйәһе, Дәү Хоҙайыбыҙ Имир тәүбабаның ҡарағастан юнып яһалмыш һәм шулай уҡ ун мең йыл йәшлек (ә был иһә донъялағы һаҡланып ҡалған ағас ҡомартҡыларҙың иң боронғоһо!) изге һыны ла ҡайһылыр фәйләсүфтәрҙең һис йәне тартмаған төркиҙә, башҡортта. Бөтә диндәрҙе нигеҙләмеш тәүдин структураһының аталыштары ла, тәүдин хоҙайҙарының һәм уларҙың мифик йәшәү төйәктәренең — Башҡортостан тупрағындағы, имеш, Дәү Хоҙай Имирҙың тән ағзаларынан хасил изге тауҙарыбыҙҙың исемдәре лә бит башҡортса… Тарихыбыҙҙы ентеклерәк белергә теләгән уҡыусы әле әйтелгәндәрҙең күбеһен 2002 һәм 2007 йылдарҙа Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән китаптарымда (“Хәтерхитап”, “Башҡорттарҙан башлана”, “Башҡорт батшалары”) табыр. Әммә башҡорт телен белмәүселәрҙең дә зауығын иҫтә тотоп, кешелек донъяһының тәүтөйәге тап ошо еребеҙҙә, Уралда, икәнлеге тураһында урыҫ телендә лә китап (“Начало начал. Краткий обзор структуры прарелигии”) яҙғайным, нәшер итеү мөмкинлегем булмағанлыҡтан, зауыҡлылар уның менән интернет аша ғына таныша алды. Шуныһы ҡыҙыҡ: “начало начал” тигән һүҙемә, евразия халыҡтарының бишеге — Уралда, килеп сығыштары төркиҙәрҙән икәнлеген дәлилләүҙәремә ҡаршы тарихи наҙан һәм һөрһөгән башҡорт нигилистары күҫәк күтәреп сыҡты, сөнки улар, бахырйәндәр, теңкәләренә тейгән ошо “начало начал”дың мин фәҡирегеҙгә тиклем үк — бынан өс йөҙ йыл элегерәк (1681 йылда) башҡорттоң бөйөк тарихсы-ғалимы, дин башлығы һәм башҡорт азатлығы өсөн ҡораллы күтәрелеш сардары Сәйет Йәғәфәр бабабыҙҙың ХХ быуат аҙағында урыҫ теленә күсерелмеш өс томлыҡ тарих китабында яҙылыуын, хатта ул китаптың тап ошо һүҙҙәр менән башланыуын белмәнеләр һәм белмәйҙәр, йәки белергә теләмәйҙәр, булһа кәрәк. Сәйет Йәғәфәр бабабыҙ туплаған материалдан һәм бабабыҙ етәкселегендә уның вәзир-сәркәтибе Баҡшы Иман ҡәләме осонан аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән һәм күпселек йәш быуынға мәғлүм булмаған бөйөктәрҙән-бөйөк яҙма ҡомартҡының байтаҡ өҙөктәре , таныша торһондар өсөн, хеҙмәтебеҙ ахырындағы “Ҡушымталар” бүлегендә бирелер, ә хәҙерен “начало начала”һынан фәһемле бер парса: Начало наших начал — в племенах имэн и синд . Габдулла ибн Микаиль Башту писал, что люди племени имэн жили разрозненными семьями по обоим берегам реки Амул , кишащей змеями, и занимались рыболовством, охотой и сбором плодов. Из-за боязни змей люди не решались пересекать реку и рыбачили у берега. И только один из них — Боян был перевозчиком, и змеи не трогали его. А так как он один был связным между семьями обоих берегов и отличался смелостью и честностью, то люди избрали его своим вождем. Когда Боян постарел и, в довершение ко всему, заболел, то сыновья бросили его на произвол судьбы. Тогда он стал молить Всевышнего о ниспослании ему для вспомоществования сына. Творец выбросил на берег у его дома на столбах огромную рыбу, из левого уха которой в виде змеи и вышел на свет его младший сын Иджик (Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге Ишек . Ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Өфө, 2007; 70-енсе бит. — Й.С.). После смерти Бояна стали женщины племени рожать мертвых, и Иджик, собрав мужчин, удалился с ними вначале во владения своего брата Лаиша, а затем — в горы Хон (том 1).“Үҫәргән тәүәрихе”ндәге батшалар шәжәрәһе тап ошо “Иджик” (Ишек) бабабыҙҙан башлана һәм ул бөтә евразия халыҡтары батшаларының бабаһы булып тора. Сәйет Йәғәфәр тарихында был бабабыҙҙың йәшәү дәүере лә аныҡ билдәләнгән: Страница 1 из 4 | Следующая страница |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
[1 июля 2009] | Просмотров: 174 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}