Таң елендә кипһен керпектәр… | Новости » Слово автору |
Зөлфәт Йылмайырһың микән, иларһыңмы, Бер боролоп баҡһаң үткәнгә? Затлы ҡунаҡ булып, ҡул болғап тик Уҙҙың мәллә үтеп киткәндә? Үткәндәрең һинең өсөн ауыр Әкиәтме, шағир әйтмешләй? Кемдәрҙе һин йыуаттың да, кеше, Кем йыуатты һине үтешләй? Кемдәр тейҙе, рәнйеттеләр һине Ғүмереңде уҙып барғанда! Кемдәрҙең һин бәғеренә тейҙең Үҙең өсөн һуҡмаҡ ярғанда? … Был һорауҙар бик йыш туҡтатамы? Туҡтаһа ла, беҙҙең ваҡыт юҡ! Меңде йәшәр һымаҡ бошонманыҡ, Бер мәл йәшәр һымаҡ ашыҡтыҡ… Һәм гел шулай булды… Беҙҙән һуң да Һаман шулай булыр шикелле. Ниңә кәрәк шаҡтар ҡатыу туҡтап? Үтелдеме ғүмер? Үтелде — Ҙур бер йомғаҡ һүткән шикелле Беҙҙең сабый ғүмер һүтелде… Ә шулай ҙа… йылмайырға микән, Иларғамы ҡарап үткәнгә? Хәйер, быға яуап эҙләр күңел Бары һуңғы мәлдәр еткәндә… Ә беҙҙең бит — йәшәһеләр алда! Йылдар йәмле, юлдар күңелле! — Илаһаҡ та, көлһәк-йылмайһаҡ та, Ашыҡтырмайыҡсы күңелде… … Юҡ, уҙманыҡ ғүмер юлдарын беҙ, Аҡ аттарға менеп атланып… Илап йылмайырҙай саҡтар булды! Көлөрлөгө — илап ҡапланып!
2004 |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | 0 |
[22 февраля 2011] | Просмотров: 246 Автор: admika | Оцени статью! |
Таң елендә кипһен керпектәр… HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2794-ta1187-elend1241-kip1211en-kerpekt1241r.html]Таң елендә кипһен керпектәр…[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2794-ta1187-elend1241-kip1211en-kerpekt1241r.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йешлек» гэзитенэн сайтынан янылыктар:
Загружается, подождите…
{allpages}