Зөлфәт Илайһың. Ниңә иларға? Илама, кәрәк түгел! Юҡһа бит ир егеттә лә Шау тимер йөрәк түгел. Беләм, эйе, яңылышҡанбыҙ — Аҡ һәм ҡара буяалған. Беҙгә тейешле усаҡтан Сит кешеләр ут алған. Наҙҙар кире ҡайтһалар ҙа, Яҙҙар ҡайтмаҫ ҡабаттан. Беҙ генәме үҙ ҡанатын Дауылдарҙа ҡанатҡан? Яңылышҡанда көлгәнбеҙ бит, Йылмайғанбыҙ бит әле! Хәҙер ҙә, әйҙә, көләйек, Күҙ йәштәре үтәләй… Илайһың… Ниңә иларға? Илама, кәрәк түгел! Миндә лә бит шау тимерҙән Яһалған йөрәк түгел!